“Һөт ямғыры” ҡойҙо24.06.2015
“Һөт ямғыры” ҡойҙо Был көн һабантуй байрамын хәтерләтә ине: биҙәлгән сәхнә, теҙелеп киткән аҡ тирмәләр, усаҡтан килгән төтөн еҫе… Ярышта ҡатнашыусыларҙың сәмле йөҙҙәре…

Уңыш тик көслөләргә генә йылмая. Ә һауынсыларҙың республика конкурсына бөтәһе лә үҙ хужалыҡ, райондарында һынау үткән оҫталар йыйылған. Бәйгенең флагын күтәреү хоҡуғы уҙған йылғы ярышта еңгән Ғәлиә Ғарифуллинаға бирелде.
– Илде туйҙырыусы, ал-ял белмәйенсә тир түгеүсе эшсәндәр алдында сығыш яһағанда ысынлап тулҡынланам, — тип башланы ҡотлау һүҙен Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин. – Һөт – байлығыбыҙ. Беҙ бергә, бер команда булып эшләргә тейешбеҙ. Шул саҡта ғына барыһына ирешербеҙ.
Алдағы йылдағы һымаҡ, ярыш өс өлөштән торҙо: машина менән һыйыр һауыу, аппараттарҙы һүтеп йыйыу, белемеңә һынау тотоу. Барлыҡ 68 ҡатнашыусыға ла бер үк шарттар булһа ла, йәш яғынан ике төркөмгә бүленделәр.
Дөйөм конкурс йомғаҡтары буйынса Миәкә районының “Дружба” хужалығы операторы Земфира Муллағәлиева еңеүсе тип табылды.
– Һәр эш кәрәкле һәм мөһим, тик уны яратып башҡарырға ғына кәрәк, — тине алдынғы һауынсы.
II һәм III урындарҙы Ҡалтасынан Надежда Миңтимерова менән Күгәрсен райо­нынан Гөлсәсәк Иҫәнбаева бүлеште. Ә йәштәр араһынан Әбйәлилдән Мәрйәм Вәлиеваға етеүсе булманы. Туймазынан Айгөл Хәлимова, Балаҡатайҙан Мария Журавлева уның эҙенә баҫып тигәндәй килде. Иң мөһиме — йәштәр фермаларға бара, тормошон ауыл менән бәйләй.
Республика һауынсыларының 40-сы юбилей конкурсының Тәтешлелә үтеүе юҡҡа түгел. Район иң күп һөт һауыусылар рәтендә, малсылыҡ тармағы үҫешкән. Был йәһәттән уларҙың киләсәктә лә һыр бирмәҫенә шик юҡ. Яҡшы ойошторолған ярыштан һәр еңеүсе — бүләк, ә ҡатнашыусылар яҡшы кәйеф, эшкә дәрт алып таралышты.









Вернуться назад