Йә аҡсалата, йә ҡул көсө менән24.06.2015
Ҡыҙылъяр ауылында, “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Реаль эштәр” төбәк партия проектына ярашлы, граждандар йыйыны үтте. Ҡыҙылъяр, Тәжрибә хужалығы, Ҡомлокүл һәм Чернолес ауыл Советы халҡы үҙ теләктәрен белдерҙе.
Йыйылышта билдәләнеүенсә, ауыл ерендә хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Урта мәктәп бинаһының нигеҙен нығытырға, балалар баҡсаһында тәҙрәләрҙе яңыртырға, ауыл мәҙәниәт йортоноң тамаша залын йылытырға, биләмәләр эргәһендәге сүплекте йыйыштырырға кәрәк. Урындағы халыҡ шулай иң әһәмиәтле мәсьәләләрҙе билдәләне. Берәүҙәр аҡсалата, икенселәре ҡул көсө менән ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.
– Бөтәһен дә яйға һалырға аҡса етмәүен барыбыҙ ҙа яҡшы аңлай. Шуға күрә һәр кемде борсоған иң мөһим һәм киҫкен проблемаларға иғтибарҙы йүнәлтергә тырышабыҙ. Башҡа мәсьәләләрҙе киләһе йыл хәл итербеҙ, – тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының Өфө районындағы бүлексәһе етәксеһе Светлана Шәмсетдинова.
Халыҡ йыйынында партияның төбәк башҡарма комитеты, урындағы бүлексәһе, Өфө районы хакимиәте вәкилдәре, муниципаль һәм республика кимәлендәге депутаттар ҡатнашты.