“iВолга-2015” йыйыны көтә24.06.2015
Башҡортостан йәштәре “iВолга-2015” форумына 80-дән ашыу проект тәҡдим итте.
Волга буйы федераль округындағы йәштәр форумы Һамар өлкәһендә уҙғарыла. Унда округтың төрлө төбәктәренән һәм ҡайһы бер сит илдәрҙән ике меңдән ашыу, ә Башҡортостандан йөҙләп кеше ҡатнаша.
Республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының төп консультанты Зөлфиә Сәмиғуллина әйтеүенсә, 19 июндә проекттарҙы теркәү башланды. Һәр кеше үҙ проектының асылын аңлатасаҡ. Иң ҙур баһа алған эштәр федераль этапҡа үтә.
Бынан тыш, быйылғы сарала йәмәғәт проекттары конкурсы ла ойошторола. Башҡортостан делегацияһы “PROСВЕТ” төбәк йәштәр субмәҙәниәте фестивален үткәреүҙе тәҡдим итә. Ул һәләтле, ижади йәштәрҙе берләштереү мөмкинлеген бирәсәк. Проектта иң күп тауыш йыйған төбәк еңеү яулаясаҡ. Еңгән осраҡта беҙҙекеләр киләһе йыл, Волга буйы йәштәрен йыйып, Өфөлә фестиваль үткәрергә ниәтләй.