Француздарға – ҡаҙ мамығы24.06.2015
Франция Башҡортостан менән малсылыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко әйтеүенсә, француздар төбәктәге өйрәк, ҡаҙ үрсетеү мәсьәләләренә ҡыҙыҡһыныу белдерә.
– Франция делегацияһы үҙҙәренең ауыл хужалығы, генетика өлкәһендәге ҡаҙаныштарын ҡулланырға тәҡдим итә. Беҙҙә иһә ит етештереү өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте яйға һалыу ниәте бар, — тине Николай Коваленко. — Иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе — өйрәк, ҡаҙ үрсетеү. Благоварҙағы ҡошсолоҡ заводы алдынғы ҡаҙаныштарҙы өйрәнеү яҡлы. Француздар термокейем етештереү өсөн өйрәк, ҡаҙ мамығын һатып алырға теләй.
Башҡортостандағы аграр ведомство башлығы ауыл хужалығы техникаһы етештереү менән шөғөлләнгән “KUHN” компанияһына етди тәҡдим әҙерләүҙәре хаҡында ла һөйләне.