Иҡтисад өсөн кем яуаплы?24.06.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов яңы указдарға ҡул ҡуйҙы.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин һәм иҡтисади үҫеш министры Александр Васильев, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, биләгән вазифаларынан бушатылды. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры вазифаһын башҡарыу министр урынбаҫары Рөстәм Ҡаҙыхановҡа йөкмәтелде.