Милкебеҙ артты24.06.2015
Рәсәй Президенты Владимир Путин “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы акцияларының 25 процентын Башҡортостанға тапшырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
“Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән Башҡортостан Республикаһы Башлығының федераль милектәге “Башнефть” йәмғиәтенең 38 128 551 ябай акцияһын һәм 6 280 076 өҫтөнлөклө акцияһын Башҡортостан милкенә тапшырыу тураһындағы тәҡдимен ҡабул итергә”, тиелә документта. Ил Хөкүмәтенә ике ай эсендә акциялар пакетын республикабыҙға тапшырыуҙы тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде.
“Башнефть” акцияларын Башҡортостан милкенә тапшырыу – тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү һәм яңы финанс мөмкинлектәренә эйә булыу күҙлегенән республикабыҙ өсөн бик мөһим ваҡиға. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов журналистар менән әңгәмәлә ошо турала белдерҙе.
– Хәлде аңлағаны һәм үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмағаны өсөн ил Президенты Владимир Владимирович Путинға рәхмәтлемен. Был республика өсөн киң мөмкинлектәр аса, – тине ул.
Республика Башлығы әйтеүенсә, баҙарҙа акциялар пакетының хаҡы 90 миллиард һум самаһы тәшкил итә.