Бер ҡасан да һуғыш булмаһын!24.06.2015
Бер ҡасан да һуғыш булмаһын! Хәтер һәм ҡайғы көнө Нефтекамала йыл һайын ҙур ойошҡанлыҡ менән билдәләнә. Ил кимәлендә үткәрелгән “Хәтер шәме” акцияһы 21 июнь кисендә башланды. Төрлө быуын вәкилдәре – йөҙәрләгән кеше ҡаланың Еңеү скверындағы “Мәңгелек ут” мемориалы янына йыйылды.
Иртәгәһенә ҡала етәкселеге, предприятие, ойошма вәкилдәре, ветерандар ҡатнашлығында митинг үткәрелде. Дәһшәтле яу ҡырҙарында батырҙарса һәләк булған ҡаһармандарҙы, ауыр яраларҙан үлгән һалдаттарҙы, тылдағы ҡорбандарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алғас, улар хөрмәтенә сәскә һалынды. Йәштәр һарайының үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре ағзалары һуғыш темаһына арналған әҙәби-музыкаль композиция күрһәтте. Был патриотик акцияла мәктәп лагерҙарында ял иткән балаларҙың ҡатнашыуы, ә 11-се мәктәптең кадет класында уҡыусыларҙың, ҡулдарына ҡорал тотоп, почет ҡарауылында тороуы тәрбиәүи йәһәттән әһәмиәтле булды.
Ҡаланың үҙәк китапханаһы ойошторған “Хәтерләйбеҙ! Уҡыйбыҙ! Ғорурланабыҙ!” исемле бай йөкмәткеле сара ла Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналды. Уның төп маҡсаты – нәфис әҙәбиәттә һүрәтләнгән һуғыш темаһына, яугир әҙиптәрҙең, шағир һәм яҙыусыларҙың совет халҡының тиңһеҙ батырлығын данлаған әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Бина алдындағы майҙансыҡта китаптар күргәҙмәһе асылды, китапханасылар йыйылыусыларға һуғыш темаһына арналған әҫәрҙәрҙең ҡыҫҡаса йөкмәткеһен еткерҙе.
Шунда уҡ тыныслыҡ символы булған аҡ күгәрсендәр һүрәте менән мольберттар ҡуйылғайны. Һәр кем ошо юҫыҡтағы уйҙарын һүрәттә сағылдыра йә айырым ҡағыҙға яҙып китә алды.






Вернуться назад