Ыҙғыш-талашты, һуғышты күңеле бөтөн булмаған кешеләр тыуҙыра тигән хәҡиҡәт йәшәй. Тимәк, донъя тыныс, имен торһон өсөн айырыуса йәш быуын вәкилдәренә иғтибар бүлеү мөһим. Улар яҡшы тәрбиә алырға, үҙҙәрен йәмғиәткә кәрәкле кеше итеп тойоп үҫергә тейеш.Республикала был маҡсатта даими эш алып барыла. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика башҡорт балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән осрашыуы киләсәкте хәстәрләүгә ынтылышты йәнә бер дәлилләне.
“Түңәрәк өҫтәл”дә һөйләшеү төрлө теманы үҙ эсенә алды. Константин Борисович балаларға төбәк парламентының эшмәкәрлеге, бурыстары, Башҡортостан халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә индергән өлөшө тураһында һөйләне, китаптар тупланмаһы бүләк итте. Йәш быуын вәкилдәре иһә спикерға үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Һеҙҙең һымаҡ юғары үр яулар өсөн ниндәй булырға кәрәк? Бәләкәй саҡта кем булырға хыяллана торғайнығыҙ? Закон сығарыу ҡыйын эшме? Тиҙҙән Өфөлә үтәсәк саммиттарҙың әһәмиәте нимәлә? БДИ-ға ҡарашығыҙ ниндәй? Берәй заман балалар йорттары бөтөрөлөрмө? Нимә ул ғаилә ҡиммәттәре, мөхәббәт? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Ҡоролтай Рәйесе ихлас яуап бирҙе. Ул белемгә ынтылыу, ғилемеңде дөрөҫ йүнәлештә файҙалана белеү, күберәк китап уҡыу кәрәклеген, абруйҙы тик намыҫлы, тырыш хеҙмәт аша яулау мөмкинлеген, һәр урында кешелекле, ябай булыу, тормошто, яҡындарыңды яратыу, ярҙамлашып, аңлашып йәшәү мөһим тип билдәләне. Донъя именлегенең нигеҙе – тап ошо сифаттарҙа, тине.
Һөйләшеүҙән һуң балалар Башҡортостан парламенты тарихы музейы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ултырыштар өсөн тәғәйенләнгән Ҙур залы менән танышты, спикер менән бергә фотоға төштө.