Иң шәп йорттар асыҡланды23.06.2015
Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында уҙған йыл йомғаҡтары буйынса “Күп фатирлы иң яҡшы йорт” конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Бәйгегә 21 муниципаль берәмектән 190 йорт буйынса материалдар тәҡдим ителгән. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин рәйеслегендәге комиссия уларҙың иң яҡшы 50-һен асыҡланы.
Бәйгелә еңеүселәр министрлыҡтың дипломдары һәм 100 мең һум күләмендә премия менән бүләкләнде. Аҡса күп фатирлы йорттарҙы һәм улар эргәһендәге биләмәне тәртипкә килтереүгә тотоноласаҡ.
Әйткәндәй, конкурс төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитовтың башланғысына ярашлы йыл һайын үткәрелә. Еңеүселәрҙең исемлеге Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында баҫыла.