Эш хаҡы арта23.06.2015
Кисә Республика йортондағы оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә дәүләт һәм муниципаль ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе хаҡында әйтте. Был документ Рәсәй Президентының “май указдары”н үтәүгә йүнәлтелгән.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары республика ҡаҙнаһынан бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу өсөн 1,2 миллиард һумды өҫтәмә бүлеүҙе күҙ уңында тота.
– Тәү сиратта медицина хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, социаль өлкә һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тураһында һүҙ бара, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был ҡарарҙың үтәлеше 97 мең кешенең килемендә сағыласаҡ. Шулай итеп, үрҙә күрһәтелгән бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүгә быйыл тупланма бюджеттан, хеҙмәт хаҡының үткән йылдарҙағы кимәлен һаҡлап, 10 миллиард һум самаһы аҡса бүлеү ҡаралған.
Башҡортостан Башлығы республиканың Мәғариф, Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтарына 25 июнгә тиклем муниципалитеттар менән аҡсаны тәғәйен кешеләргә туранан-тура күсереү тураһында килешеүҙәр төҙөргә йөкмәтте.