Яңы мөмкинлектәр асылыр23.06.2015
19 июндә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Санкт-Петербургта XIX Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы ағзалары үткәргән дөйөм йыйылышта ҡатнашты.
Республика Башлығы яғыулыҡ-энергетика, агросәнәғәт комплекстары, финанс секторы, иҡтисадтың машиналар эшләү һәм башҡа тармаҡтары етәкселәре һәм милекселәре менән осрашты. Форумда Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәйҙең технологик үҫеш фонды, “AVG Capital Partners” инвестиция компанияһы һәм “X5 Retail Grоup” менән килешеүҙәр төҙөнө. “AVG Capital Partners” инвестиция компанияһы менән хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә республикала биологик тарҡалыусы пластик, органик кислота, шәкәрҙе алмаштырыусы, крахмал, елемсә һәм аҙыҡ өҫтәмәләре етештереүсе комплекс ойоштороласаҡ. “X5 Retail Grоup” менән килешеүгә ҡул ҡуйыу тәү сиратта урындағы етештереүселәрҙең продукцияһын ташыған предприятиеларҙы урынлаштырыу мөмкинлеген биргән логистика үҙәген төҙөүгә майҙан һайлауҙы күҙ уңында тота.