Бөтәбеҙгә — бер хәтер23.06.2015
Бөтәбеҙгә — бер хәтер Үткән ғүмер — ҡалған хәтер, тиһәләр ҙә, Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө йәнә күңелдәрҙе болоҡһотто. Хәйер, хәтер үткәндәрҙе иҫтә тотоу ғына түгел бит, киләсәк өсөн үҙе бер һабаҡ та, фәһем дә ул. Һәр хәлдә, кисә баш ҡаланың В.И. Ленин исемендәге паркында үткән митинг шундайыраҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

— Хәтер һәм ҡай­ғы уртаҡлашыу көнө илебеҙ тарихында айырым иғтибарға ла­йыҡ. Бөйөк Ватан һу­ғышы башланыуға 74 йыл үтһә лә, хөрмәтле ветерандарыбыҙ әле булһа был таңды ты­ныс ҡына ҡаршы ала алмай. Тыныслыҡ, ил азатлығы өсөн дәррәү яуға күтәрелгән улар. Совет Баш­ҡорт­останынан фронтҡа 700 меңгә яҡын кешене оҙатҡандар. Шуларҙың ярты­һына тыуған яҡтарын башҡаса күрергә яҙма­ған, — тине төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов. — Әлбиттә, бөгөнгө дата күптәр өсөн иҫтәлек кенә. Беҙ был хаҡта кинотаҫмалар, китаптар аша ғына беләбеҙ. Шул уҡ ваҡытта яныбыҙҙа ана шул Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан ватан­даш­тарыбыҙ йәшәй. Беҙ уларға мәңге рәх­мәтлебеҙ!
Рөстәм Зәки улы Со­веттар Союзы Ге­ро­йы Александр Мат­росовтың һәйкәленә гөлләмә һалды һәм “Хәтер шәме” республика акцияһында ҡат­нашты. Митингка шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре, хәрби-патриотик клуб ағзалары, төрлө хәрби хәрә­кәттәр һәм тыл ветерандары, предприятие, ойошмалар һәм йәмәғәт берекмәләре вә­килдәре, мәктәп уҡыусылары килгәйне. Са­ра­ға йыйылған халыҡ яуҙа һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды, Еңеүҙе тәьмин иткәндәр хөрмәтенә салют атылды.






Вернуться назад