Ялан батырҙары ял белмәй23.06.2015
Ялан батырҙары ял белмәй Район буйынса бесәнде 12 мең, сенажды 50 мең, силосты 20 мең, япраҡ аҙыҡты 100 тонна тупларға тейеш краснокамалар. Был – һәр шартлы баш малға 35 центнер аҙыҡ берәмеге тигән һүҙ. “Заря” ауыл хужалығы кооперативында ла эштең гөрләгән сағы.


Майҙаны 120 гектарҙан ашыу ба­ҫыуҙа люцерна күпереп үҫкән. “Марал-125” комбайны уны сабып, тураҡлап, “КамАЗ” арбаһына тултыра. Тирә-яҡҡа тәмле үлән еҫе таралған. Ике ма­ши­наға йөк тейәп оҙатҡас, ҡеүәтле заман техникаһы туҡтап ҡалды. Уның ка­бинаһынан төшкән ялан батырҙары янына киләм.
— Валентин Вәликәев булам. — Сә­сенә сал йүгергән комбайнсы, һаран ғына йылмайып, күрешергә ҡулын һуҙҙы. Унан эргәһендәге үҫмергә ымлап, ғорур­лыҡ менән өҫтәп ҡуйҙы: — Улым Никита ике йыл рәттән ярҙам итә, быйыл VII класты тамамланы.
— Икәү булғас, эш тә яйлылыр?
— Әлбиттә. Иртән комбайнды май­лауҙы тулыһынса Никита башҡара. Машина көткәндә, сапҡысты таҙарта.
— Кәйеф нисек һуң?
Ялан батырҙары ял белмәй— Шәп былай. Һауа торошо һәйбәт булғас, эш уң бара. Баҫыуҙың сирек өлөшө генә ҡалды, бер-ике көндән теүәлләйбеҙ инде.
Беҙ һөйләшкән арала сираттағы “ЗиЛ” килеп етте. Никита сапҡысты тегендә-бын­да ҡыҫылып ҡалған үлән­дән таҙартып өлгөргәйне. Валентин Владимирович ихлас йылмайып хушлашты ла комбайнына ыңғайланы. Мо­тор тоҡанды, һәм машина арба­һына йәшел масса ағыла башланы.
Дүрт тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә Валентин Вәликәев – “Заря” хужалығының ғына түгел, райондың алдынғы, тәжрибәле механизаторҙарының береһе. Ике йыл элек Башҡортостан Республи­каһы­ның Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Быйылғы яҙғы баҫыу эштәрендә районда беренсе урынды алған, һабантуйҙа үҙенә аҡсалата премия биргәндәр. Тыйнаҡ, баҫалҡы игенсе был хаҡта, әлбиттә, бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Хужалыҡта һауынсы булып эшләгән ҡатыны Марина Герасимовнаның да алдынғылар сафын биләүе, Герой-әсә икәнлеге тураһында ла башҡаларҙан ишеттем. Ауыл уңғандары һигеҙ бала – биш ул һәм өс ҡыҙ – үҫтерә.
...Шоферҙар Алексей Ғәзизов, Альберт Исаев һәм Олег Кириллов туралған люцернаны дүрт саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ҡуралар эргәһенә ташый. Бында ла эш ҡайнай: “ДТ-75” тракторҙарында Виктор Иванов менән Вәзир Басиров йәшел үләнде ҡурғанға өйөп тапата. “Т-150” тракторындағы Игорь Иленбаев йыйыл­ған массаны тығыҙлау менән мәшғүл. Һуңынан бары­һы һалам менән ябыласаҡ. Һутлы мал аҙығы әҙер­ләүҙең сағыштырмаса аҙ сығым талап иткән был ысулын хужалыҡта күптән файҙаланалар.
Ялан батырҙары ял белмәйЕгеттәрҙең күңеле көр. Бер-бер артлы килеп әй­лән­гән машиналар форсат бирмәгәнлектән, һөйләшеүҙе ҡыҙыу тотто улар.
– Эш хаҡы түләүгә, башҡа шарттарға ҡарата һис ниндәй дәғүәбеҙ юҡ, – тинеләр бер тауыштан.
– Көнөнә ике тапҡыр ашаталар. Ашнаҡсылар Вера Шакирйәнова менән Любовь Кугубаева бик тәмле бешерә.
– Беҙҙең бурыс – ҡушылғанды еренә еткереп үтәү.
– Көстән килгәнсә тырышабыҙ...
Был һүҙҙәргә ниҙер өҫтәү кәрәкмәйҙер. Өлгөлө хужалыҡтың тәжрибәле рәйесе Рәзиф Гәрәев етәк­селегендәге эшсәндәр ҡышлатыу осорон тейешле кимәлдә ҡаршылау теләге менән яна. “500 ферма” программаһында ҡатнашҡан “Заря”ның маҡсатына өлгәшеренә шик юҡ.







Вернуться назад