Бер генә ваҡ мәсьәлә лә юҡ26.11.2011
Өфөлә V Бөтә Рәсәй әсәләр форумы үтте. Илдең 44 төбәгенән 500-ҙән ашыу делегат ҡараған мәсьәләләр ҡоласлы ла, мөһим дә булды.
Тәҡдимдәр ҙә күп яңғыраны. Ғаиләләргә ҡағылышлы саң ҡағырлыҡ сиккә етелгән мәсьәләләрҙе административ саралар ҡулланып ҡына хәл итеп булмауы көн кеүек асыҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күмәк балалы һәм инвалид үҫмер тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙ өсөн хеҙмәт баҙарында бөтөнләй тиерлек урын юҡ. Һуңғы осорҙа эш биреүселәрҙең социаль яуаплылыҡ тоймауы йәш әсәләргә ҡарата мөнәсәбәттә лә һиҙелә. Уларҙан ҡотолоуҙың ниндәй генә юлдары табылмай! Форумға йыйылыусыларҙың ошо юҫыҡта ла фекере бер булды — улар өсөн эш урындарына квота биреү мотлаҡ тип табылды.
Түбән эш хаҡы түләнгән тармаҡтарҙа ҡатын-ҡыҙҙың 80 процент тәшкил итеүе лә юғары даирәләге етәкселәрҙе тәрән уйландырырға тейеш. Хеҙмәткәрҙәренең яртыһынан ашыуын ҡатын-ҡыҙ биләгән предприятиелар өсөн һалымды кәметеү хаҡындағы тәҡдим дә урынлы.
Рәсәйҙең әкренләп булһа ла демографик көрсөктән сыға башлауы һөйөндөрһә лә, балалар баҡсаһында урындар етмәү әсәләрҙе ауыр хәлгә ҡуя. Ил буйынса балалар учреждениеларына сиратта тороусылар һаны ике миллионға етһә, республикала ата-әсә 50 мең сабыйҙы балалар баҡсаһына урынлаштыра алмай. Өфөлә лә хәлдең тиҙ арала яҡшырыуына өмөт аҙ.
Ғаиләләрҙә физик көс ҡулланыуҙы, ирекһеҙләү һәм психологик баҫымды иҫкәртеү буйынса федераль закон кәрәклеге хаҡында күптән һүҙ алып барылһа ла, әлегәсә йәмәғәтселектең тауышын ишетеүсе юҡ. Форум аҙағында ҡабул ителгән резолюцияла киҫкен проблемаларҙың барыһы ла сағылыш тапты. Үкенескә ҡаршы, улар аҙ түгел. Сарала ҡатнашыусылар балалар һәм әсәләр һаулығы, ярлылыҡ һәм тормошта ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ҡағылған мәсьәләләргә етди иғтибар йүнәлтте.
Республикабыҙҙа күрелгән саралар йыйында ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында тормошта ауыр хәлдә ҡалған, имен булмаған ғаиләләр һәм сабыйҙарынан баш тартыусы әсәләр менән эшләү алымдарын өйрәнергә теләүселәр бар. Республикала иҫәптә торған ғаиләләрҙәге хәлде күҙәтеп барыуға булышлыҡ иткән “Рубин” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһын федераль кимәлдә индереү буйынса тәҡдим дә берҙәм хупланды.
Әсәләр артабан да тупланып эшләргә ниәтләй. Киләһе форумдың темаһы билдәләнде, ул яңғыҙ әсәләр мәсьәләләренә арналасаҡ. Илдә улар 30 процент тәшкил итә. Киләсәктә ошондай йыйындарға власть органдары вәкилдәрен дә саҡырыу кәрәклеге әйтелде.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА


Вернуться назад