“Кешенекенә үрелмәнек”23.06.2015
Сығышым менән Әлшәйҙәнмен. Әле Дәүләкән районының Иҫке Мерәҫ ауылында йәшәйем. Иҫтә ҡалған бала саҡ хәтирәләремде уҡыусылар менән уртаҡлашам.

Иҙрис ауылында йәшәнек. Атайым йыл һайын картуф баҡсаһына йә бойҙай, йә тары сәсер ине. Тәүгеһенең ауырлығы әллә ни һиҙелмәй, ә бына тары сәскән йылда турғай ҡыуа-ҡыуа арып бөтә торғайным. Иртән хатта ҡояш сығып өлгөр­мәй, ә ҡошсоҡтар – баҡсала. “Тор, балам, турғайҙарың оса башла­ны”, – тип уятыр ине инәйем. Ҡош­соҡ­тарҙы ҡыуам тип, ысыҡҡа еүеш­ләнеп бөтәм...
Икенсе йылына иһә атайым бойҙай сәсә. Башаҡтар емгә тулышҡас, атай ме­нән инәй уларҙы көлтә итеп ура ла кип­те­рергә ҡуя. Әҙер булғас, ҙур-ҙур балаҫтар, түшәктәр йәйеп, көлтәләрҙе һуҡҡылайҙар. Сабағош тигән ҡорал була торғайны. Уның менән көлтәләрҙе һаламынан айырып елгәрәләр, шунан ҡапсыҡтарға тултыралар. Ә миңә һанарға ҡушалар.
Шулай көҙ үтә. Йонсотҡос ҡышҡы hы­уыҡтар башлана. Өҫтөбөҙҙә йүнле-башлы кейем булмағанлыҡтан, өшөп-туңған саҡ­тар ҙа аҙ булманы. Ашау яғы бик ҡы­ҫынҡы, күҙ терәп торған бер һыйырыбыҙ бар. Шулай осто-осҡа ялғап, ғүмер иттек.
Күршелә атайымдың һеңлеһе Кәри­мә апай йәшәй ине. Бер көндә ул шәп-шәп атлап килеп инде лә:
– Еңгә, һуғыш тамамланған! Радионан әйткәндәр, – тип хәбәр итте.
Йөҙөндә – сикһеҙ шатлыҡ. Ололар ҡыуанғанға, беҙ, бала-саға, кинәнеп йүге­решәбеҙ, һикерешәбеҙ. Ул көндә инәйем беҙҙе ҡоймаҡ менән һыйланы...
Эй, ҡәһәрле һуғыш йылдары. Ас та булдыҡ, яланғас та. Тик бер ваҡытта ла кеше һынығына үрелмәнек, башҡа­ларҙы йәберләмәнек. Туғанлыҡтың көсө шул тиклем ныҡ булды. Бер-беребеҙ өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер инек.






Вернуться назад