Ауылын бер урап сығыу өсөн...23.06.2015
Халҡыбыҙҙа “Ат – туйған ерендә, ир – тыуған илендә” тигән әйтем бар. Әммә Учалы районының бер ауылында булған хәлде ишеткәс, күңелемдә был һүҙҙәргә ҡарата башҡаса фекер тыуҙы.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Баш­ҡорт кавалерия дивизияһына республи­каның һәр колхоз-совхозынан иң яҡшы аттар һайлап оҙатыла. Ауылдарҙағы халыҡ Еңеү өсөн көндө төнгә бәйләп, барлыҡ көсөн һалып эшләй. Атаһын, улын, ҡусты-ағаһын, һөйгән йәрен һа­ғынып, уларҙың иҫән ҡайтырына өмөтөн өҙмәгән һәр кем хат ташыусыны тул­ҡынланып, ҡурҡып ҡаршы ала... Ифрат ҙур һынауҙар аша килә Бөйөк Еңеү.
Йәйҙең бер таңында ауыл күгендә үҙәк өҙгөс кешнәү яңғырай. Өйөнән йүгереп сыҡҡан кешеләр Ҡыҙыл Армияға тип ебәрелгән аттарҙың береһенең урам буйлап сабып үткәнен күрә. Арҡаһының йылдар буйы эйәр ятҡан урынын аҡ йөн баҫҡан. Ат үтә олоғайған, арыған, көсө иһә ауылды бер урап сығырлыҡ ҡына ҡалған була. Хужаһының – вафат булған яугирҙең – йорто янына килеп, тол ҡатындың ҡайғыһын яңыртҡандай, ҡапҡа алдында йән бирә.
Тыуған ауылын бер тапҡыр урап сығыу өсөн генә күпме ғазап кисерергә тура килә бахыр малҡайға?! “Атай йорто – алтын бишек”, тиҙәр шул. Аттың Ватанына ҡай­тыу шатлығын кешнәү аша еткереүе – ғәжәп күренеш. Был хәлде күҙ алдына килтереү менән генә лә илап ебәрерлек. Ошондай нескә, һүҙ аша аңлатып булмаҫ­лыҡ хисте Тыуған илен үтә һағынғандар ғына кисерәлер.

Амур ВАХИТОВ,
Белорет педагогия колледжы студенты.



Вернуться назад