Көҙгә көс йыя күсейҙәр23.06.2015
Көҙгә көс йыя күсейҙәр Күсей мәктәбендә көндөҙгө лагерь эш башланы. Уның етәксеһе Нәркәс Үтәғолова әйтеүенсә, төрлө кластан йыйылған 50 уҡыусы өсөн көн һайын ярыштар үткәрелә. Ашатыу яҡшы ойошторолған, балалар йәшелсә-емештән өҙөлмәй.

Лагерҙа төрлө йүнәлештәге түңә­рәктәр эшләй, уларҙың барыһы ла йәш быуынды физик яҡтан сыныҡтырыуҙы, рухи йәһәттән байытыуҙы маҡсат итеп алған. Балаларҙың күбеһе футбол, пионербол, баскетбол уйнаһа, ҡайһы берҙәр өҫтәл теннисын, шахматты үҙ итә. Мажаралы һәм ҡыҙыҡлы лагерь тормошо уларҙы бер аҙға булһа ла компьютер уйындарынан арындырып тора.
Беҙ барғанда мәктәп биләмәһе уҡыусыларҙың шат тауышынан яңғырап тора ине. Һәр ерҙә йәнлелек: берәүҙәр бейеү өйрән­һә, икенселәр йыр һуҙа, тиҫтер­ҙәре менән етеҙлектә ярыша.
– Уйын менән генә сикләнеп ҡалмайбыҙ, экскурсияларға ла сығабыҙ, – ти Нәркәс Илдар ҡыҙы. – Быйыл Әҙәбиәт йылы уңайынан ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә төрлө сара үткәрергә ниәтләйбеҙ. “Иң күп китап уҡыусы”, “Яҡташ яҙыусыларҙың ижадын белеүсе” кеүек конкурстар ҙа буласаҡ. Иң мөһиме – балаларҙың сираттағы уҡыу йылы алдынан рәхәтләнеп ял итеүе, һаулығын нығытыуы.
Эйе, каникулды файҙалы, күңелле итеп үткәреү өсөн бында шарттар етерлек. Өҫтәүенә хеҙмәт тәрбиәһе лә онотолмаһын ине лә бит...






Вернуться назад