Һеҙ яратҡан йыр18.02.2012
Һеҙ яратҡан йырХалыҡ шағиры Рәми Ғариповтың бик күп шиғырҙарына көй һалынған. Уларҙы инде нисәмә быуын хисләнеп тыңлай. “Бар ғүмерем” исемле тәрән мәғәнәле йыры ла шуларҙың береһе. Бигерәк тә Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Хәмзин (1950 – 2009) башҡарыуында ул күптәрҙең хәтерендә уйылып ҡалған. Мәшһүр йырсы яғымлы тауышы менән шағирҙың кисерештәрен меңәрләгән тамашасыға еткерә алды. Моң бишегендә бәүелгәндә, республикабыҙҙың аҫыл улдарының береһе Ғәли Хәмзинды ла иҫкә алайыҡ.

Бар ғүмерем
Рәми Ғарипов һүҙҙәре
Нур Дауытов көйө

Бәхет — һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ,
Килеп инә табын таралғас!..
Тик көтәһең, көтөп арығас та,
Бәхет өсөн генә яралғас.

“Көтә белгәндәргә һуң түгел” дә,
Йәшлек кенә көтөп тормай шул.
Юҡ шул уның туҡтар туҡталҡаһы
Йә үткәнгә юлын бормай шул.

Ҡала миңә бары йылдар буйы
Йырҙар менән күңел йыуатыу.
Бар ғүмерем минең — һине эҙләү,
Бар ғүмерем — һине юғалтыу...


Вернуться назад