Тәүәккәлдәр таш яра20.06.2015
Тәүәккәлдәр таш яра Иҫке Семенкин ауылында ғүмер иткән эшҡыуар танышымдың: “Өфөгә яҡын урынлашҡанбыҙ, юл йөрөүе бигерәк йәтеш”, — тип әйткәне иҫтә ҡалған. “Тимәк, етештергән тауарығыҙҙы һатыуы ла еңелдер”, – тинем уға. “Әлбиттә, уңайлы”, – тип өҫтәне ул.

“Яковлев” крәҫтиән (фермер) хужа­лығы етәксеһе Олег Яковлевтың ҡыуанысы сикһеҙ: көтөүлеге йәйрәп ятҡас, сабынлығы ла иркен булғас, йыл да артығы менән мал аҙығы әҙерләйҙәр. Баҙар һәм тауар тураһында һүҙ сыҡҡас, бына нимә тине ул:
– Бигерәк тә тауарыңды уңышлы итеп аҡсаға әйләндереү мөһим. Беҙгә ҡалһа, Бәләбәй, Туймазы, Октябрьский, Дәүләкән ҡалалары яҡын, Бүздәк тә алыҫ түгел. Өфөлә иһә ит бик үтемле. Ә дөйөм алғанда, ни генә тимәһендәр, барыбер тырышлыҡ һәм сәм кәрәк.
Тәүәккәлдәр таш яраУл, билдәләүенсә, крәҫтиән (фермер) хужалығын ойошторған тәүге көндәрҙән үк ит етештереүгә тотонған. Тиҙ һимерә торған һыйыр малын ғына аҫрарға ниәт иткән һәм отҡан. Бүтән материктан – Австралиянан ҡайтарылған герефорд тоҡомло малдар Уралдың ҡатмарлы климатына тиҙ яраҡлашҡан. Ҡыш һарайҙа түгел, ә ялан кәртәлә аҫрайҙар уларҙы. Яҡшы һимертелгән үгеҙҙең – 1 тоннаға, ә һыйырҙың 800 килограмм ауырлыҡҡа етеүе ихтимал.
Көтөүсе Евгений Сәлиховтың ҡарамағында 300 баш һыйыр малы, берәйһе баш бирмәҫкә итһә, “Орлик” ҡушаматлы айғыр ярҙамында уны “һә” тигәнсә көтөүгә кире ҡуша. “Тәүҙәрәк үҙ һүҙлеләр кеүек күренделәр, хәҙер уртаҡ тел таптыҡ. Әсе итеп бер һыҙғырыу ҙа етә”, – ти ул, йылмайып.
Олег Петрович сауҙа тармағында оҙаҡ йылдар үҙен һынап ҡарағандан һуң ғына бүтән тармаҡҡа күскән. Ниндәй ҙә эште башлап ебәреүгә әҙме-күпме капитал да булыуы мотлаҡ бит.
– Элекке “Ҡурған” хужалығының мөлкәтен ҡабул итеп алдым – ярым емерек ферманы һәм күтәртер хәлгә еткерелгән 60 баш тирәһе һыйыр малын, – ти фермер. – Дөрөҫөн әйткәндә, өр-яңынан башларға тура килде. Барыһын да еңеп сыҡтыҡ, беҙҙә ал да гөл тип маҡтанмайым. Шулай ҙа еңелерәк тын алып ҡалдыҡ. Яңы Семенкин һәм Иҫке Семенкин ауылдарынан 11 кешене эшкә алдым.
– Бәләбәй ҡалаһында бер нисә магазин тотҡанһығыҙ, һеҙҙе сауҙагәр тип беләләр, ә бына ауыл хужалығына ерегеү ҡыйын булманымы?
– Әлбиттә, нескәлектәре бихисап. Әммә һәр ҡайҙа ла тырышлыҡ кәрәк.
– Бөгөн фермерҙарҙы тәү сиратта ниндәй проблема борсой?
– Ҡайҙа ғына эшләмә, барыбер ҙә юридик яҡтан белем кәрәк. Берәй документ тултырғанда ябай тыныш билдә­һенең урынлы ҡуйылмауы ла ҡаршылыҡҡа килтерәсәк. Төплө әҙерлекле булмайынса, эшҡыуарлыҡты башлап булмай, минеңсә.
Сабынлыҡта эш ҡайнай, фермер үҙебеҙҙә етеш­терелгән тракторға ултырып, кәзә үләне сабырға төштө. Бер аҙҙан ауылдашы Сергей уны алмаштырҙы. Бында эште тамамлауға йылға аръяғындағыһы көтә уңғандарҙы.






Вернуться назад