Тубырсыҡтан нисек орлоҡ алалар?20.06.2015
Тубырсыҡтан нисек орлоҡ алалар? Юл буйында һалдаттар кеүек теҙелешкән ҡарағай үҫентеләрен күргән һайын, шул тиклем майҙанға ултыртыр өсөн орлоҡто нисек еткермәк кәрәк, тип ғәжәпләнеүселәр барҙыр, моғайын. Һәр хәлдә үҙем шулай уйлай торғайным. Күптән түгел ошо һорауға яуап таптым, орлоҡто әҙерләүселәр менән шәхсән осрашыу насип булды.

Әбйәлил районында берҙән-бер тубырсыҡ киптереү бүлексәһе Ҡаҙмаш ауылында урынлашҡан. Ағастан эшләнгән ике ҡатлы бина уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән. Ошоға тиклем цехҡа бер ҡасан да ремонт яһалмаған, әммә ул элеккесә тулы көсөнә эшләүен дауам итә. Тубырсыҡ кип­тереүҙә Юлай Абдуллин менән Әнүр Сафиуллин эшләй, икеһе лә заманында урман хужалығында тир түккән, шуға күрә эш нескәлеген белә, үҙ һө­нәренең оҫталарына әүерел­гән.
Уларҙың эше миҙгел осорона ғына тап килә: йыйылған тубырсыҡтарҙы йылы бинала киптерәләр, артабан ул икенсе ҡаттан махсус ҡуйылған ҡоролма ярҙамында беренсе ҡаттағы һауытҡа төшә. Ҡоролма кип­кән тубырсыҡты асып, ундағы орлоҡто айырып ала. Артабан йыйылған орлоҡтар махсус бара­бан­ға һалынып, ҡул көсө ярҙамында өйөрөлдө­рөлә. Ваҡыты менән 500 тапҡыр өйөрөлткән саҡтар ҙа була, ти эшселәр. Барабанға һуғылған саҡта тубырсыҡтан әр­селеп, ысҡынып ҡалмаған ор­лоҡ­тар асыла. Уларҙы алып, иләк ярҙамын­да елгәр­гәндән һуң ғына иң яҡшылары ятып ҡала. Тап уларҙы үҫенте өсөн сәсәләр ҙә инде.
Әлбиттә, тубырсыҡтан орлоҡ алыуға тиклемге эш бик ҡатмарлы. Иң мөһиме — цехта ныҡ эҫе, мейес көнө-төнө яғыла. Шуны ла әйтергә кәрәк: тәүҙәрәк кенә мейесте йылытҡансы утын яғалар ҙа артабан утҡа орлоҡҡа алынған тубырсыҡтарҙы ташлайҙар. Йылыһы утынға ҡарағанда ла яҡшыраҡ, ти ағайҙар.
Күптәрҙе тубырсыҡты нисек йыялар һуң тигән һорау ҙа ҡыҙыҡһындырмай ҡалмайҙыр, моғайын. Ысынлап та, бер миҙгел ваҡы­тында ғына 22 тонна тубырсыҡ эшкәрткән цех өсөн сеймалды етештереү еңелдән түгел. Шуға күрә улар күберәк халыҡ йыйған тубырсыҡты файҙалана.
— Ҡарағас тубырсығын август-сентябрҙә, ҡарағайҙыҡын ноябрь – февраль айҙарында йыйыу кәрәк, — ти Юлай Әхмәр улы. – Ағас башына менеп, тубырсыҡтарҙы өҙөп, уларҙы тоҡтарға тултыралар. Ерҙәге тубырсыҡтарҙы алырға ярамай, сөнки уларҙан орлоҡ алып булмай, улар иҫке. Ҡайһы бер кешеләр ерҙә ятҡанды йыйып тапшырырға ла оялмай, сөнки халыҡ килтергән һәр тоҡто асып, уны тикшереп ҡарау мөмкин түгел. Ҡарағай ту­быр­сығынан орлоҡ күберәк сыға.
Әйткәндәй, тубырсыҡ киптереүселәр йылына 140 килограмм орлоҡ тапшырырға тейеш. Был — план буйынса, уны арттырып үтәргә лә мөмкин. Тубырсыҡты йыйыу, унан орлоҡ алыу күләме йыл һайын бер үк булмай, шулай ҙа Әбйәлил урмансылары план­ды арттырып үтәргә тырыша. Халыҡ ме­­ди­цинаһы буйынса, тубырсыҡ киптергән бүлмәлә ятыу аяҡ-ҡул һыҙлауын баҫа, тиҙәр. Был фекерҙең дөрөҫлөгөн Әнүр Сафиуллин да раҫланы: “Быуындарым һыҙлай ине, ошонда эшләп, уларҙың ауыртыуын да оноттом”, — ти ул. Тимәк, ысынлап та шифаһы бар. Тын юлы ауырыуҙары менән сирләү­селәр өсөн дә ылыҫлы ағас яндырыу файҙаға.
Мәшәҡәтле, еңел булмаған эштәрендә яуап­лылыҡ тойоп, мөмкин тиклем күберәк ор­лоҡ алырға тырышҡан Юлай Абдуллин ме­нән Әнүр Сафиуллиндарҙың хеҙмәте ифрат кәрәкле һәм маҡтауға лайыҡ.






Вернуться назад