Тормош — үҙе бәйге бит ул20.06.2015
Тормош — үҙе бәйге бит ул Илдә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында башланған үҙгәртеп ҡороу күптәрҙең йәшәйешенә үҙ төҙәтмәһен индерҙе. Шул мәлдә Әминә Ғиззәтова эшләгән йәмәғәт туҡланыуы тармағында ла хәл насарая, предприятиелар бер-бер артлы ябыла башлай. Был шарттар Әминәнең тормошонда ла киҫкен боролош тыуҙыра. Ул үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарарға була.

Тәүҙә Мәскәүҙән ике келәм алып ҡайтып баҙарҙа һата. Үтемле була. Шуға артабан келәмдәр менән сауҙа итеүгә йүнәлеш тота. Был эштә уға туплаған бай тәжрибәһе булышлыҡ итә. Әйткәндәй, Әминә мәктәптән һуң Бөрө кооператив училищеһында белем ала. Хеҙмәт юлын һатыусы булып башлай. Унан һуң, Нефтекама ҡалаһына килеп урынлашҡас, “Горпромторг”­та һәм дөйөм туҡланыу тарма­ғында яуаплы вазифалар башҡара.
Шулай ҙа эшҡыуарлыҡта башлап юл ярыу еңелдән булмай. Әминә Закирйән ҡыҙы ике аҙна һайын Мәскәүгә тауар алырға йө­рөй. Челноктарға (ул саҡта тауарға йөрөүселәрҙе шулай атайҙар ине) тормошоноң бар ғазабын, хәүеф-хәтәрен татырға тура килә. Хатта ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, Мәскәүҙән тауар поезында ҡайтҡан саҡтары ла була. Өҫтәүенә юлда ла, баҙарҙа ла рэкет һағалай.
Тормош — үҙе бәйге бит улӘминә тауарҙы үҙе һата. Баҙар ҡанундары ҡырыҫ була. Хатта урынын һаҡлап, төндәрҙе баҙарҙа үткәрергә тура килә. Иртән келәм­дәрҙе — сауҙа урынына, ә кис бишенсе ҡаттағы фатирына ташый торғайны. Шундай саҡтарҙа ул үҙенең магазинын асыу тура­һында хыяллана.
Ниһайәт, маҡсатына ирешә. Ҡа­ланың Ленин урамындағы йорттоң тәүге ҡатында магазиндар буласаҡ торлаҡ йорт төҙөлөшөндә өлөш­ләтә ҡатнаша. Шулай итеп, үҙенең “Келәмдәр донъяһы” тигән тәүге магазинын аса. Әминәнең бизнесына яҙ килтергән тәүге ҡарлуғас була ул. Магазинға һатып алыусы­ларҙы йәлеп итеү өсөн Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә етештерелгән затлы келәмдәр һәм иҙән япмалары кил­терә. Бының өсөн тауар етеште­реүсе еңел сәнәғәт предприя­- тие­лары менән эшлекле хеҙмәт­тәшлек урынлаштыра.
Әминә Закирйән ҡыҙы тәбиғәте менән үтә тынғыһыҙ, маҡсатына ынтылыусан, ниәтенә өлгәшмә­йенсә ҡалмай. Бер нисә йылдан үҙенең эшҡыуарлыҡ даирәһен киңәйтеү өсөн икенсе магазин асырға ҡарар итә. Әлбиттә, былар еңел бирелмәй. Бер юлы сауҙаны ла, төҙөлөштө лә алып барырға тура килә. Әминә ирҙәр генә күтәрерҙәй ауырлыҡты йөкмәй.
Ә инде өсөнсө магазинды төҙөү 2008 йылдағы иҡтисади көрсөк осорона тура килә. Башлаған эште ахырына еткереү өсөн Әминә бар тырышлығын йүнәлтә. Кәрәк саҡта проектлаусы ла, архитектор, прораб та булырға тура килә. Йәштән эштә сынығып үҫеүе, тырышлығы булышлыҡ итә. Уның ҡарауы, ҡалала ғына түгел, республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә иң ҙур келәм магазины аса. Бында һатып алыусыларҙы бай тауар ассортименты, юғары хеҙмәтләндереү мәҙәниәте йәлеп итә. Экспозитор-стендта теҙелгән келәмдәрҙән күҙҙәр ҡамаша. Йөндән йә иһә ебәктән туҡылғандары, синтетик төрҙәре, классик һәм яңы дизайн стилендәгеләре лә бар. Ҡыҫҡаһы, йәнең теләгәнен һайлап алырға була. Ә һатып алыусылар респуб­ликаның төньяҡ-көнбайыш төбәге­нән тыш, яҡын-тирә райондарҙан һәм ҡалаларҙан, Өфөнән, хатта Татарстандан, Пермь крайынан һәм Удмурт Республикаһынан да килә. Уларҙы юғары әҙерлекле һатыусы­лар хеҙмәтләндерә.
Әминә Ғиззәтованың эшҡы­уар­лыҡ эшмәкәрлеге социаль йүнә­леш­ле булыуы менән айырылып тора. Сауҙа нөктәләрендә иҫтә­лекле ваҡиғаларға ҡарата төрлө акциялар үткәрелә, дисконт картаһы индерелгән, пенсионерҙарға һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр­гә ташламалар ҡаралған.
Ғөмүмән, Әминә Закирйән ҡыҙы үҙе йәшәгән Нефтекама ҡалаһын­дағы, шулай уҡ Краснокама рай­о­нын­­дағы социаль-мәҙәни уч­реж­­­- де­­ние­­ларға даими рәүештә бағыу­сы­лыҡ ярҙамы күрһәтә. Ҡала кимә­лен­дә үткән иҫтәлекле һәм байрам сараларында ла уның хәйриәлек ярҙамы маҡтауға лайыҡ. Уға Нефтекама ҡала хакимиәте тарафынан бирелгән тиҫтәгә яҡын Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары был хаҡта асыҡ һөйләй.
Һуңғы ике йыл рәттән Әминә Ғиззәтова республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комите­тының дипломдары, шулай уҡ Баш­ҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар со­ю­зы- ­ның Почет грамотаһы менән бү­ләкләнгән. Үткән йылда Санкт-Петербургта үткәрелгән “Үҙгәреү­сән донъяла социаль интеграция” ха­лыҡ-ара форумында ҡатнашҡан.
Ул шулай уҡ үҙенә алмаш бу­лыр­ҙай улы, бөгөн инде булдыҡлы эшҡыуар Булат менән дә хаҡлы ғорурлана. Юҡҡа ғына V Бөтә Рәсәй әсәйҙәр форумында республиканан делегат булып ҡатнашыу бәхетенә өлгәшмәгән бит инде.
Йылдарға бирешмәйенсә йәш­лек сибәрлеген, күңел дәртен һаҡ­лаған Әминә Ғиззәтова тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй. Был хаҡта һүҙ сыҡҡас:
– Тормош — бәйге бит ул. Мин үҙемде һәр саҡ көрәштәге кеүек хис итәм, — ти, ихлас йылмайып.








Вернуться назад