Йөрәк ҡушыуы буйынса20.06.2015
Любовь Белова Мәләүез ҡалаһының Ленин урамындағы 152-се йортта йәшәй. Ул үҙенең подъезын гөл баҡсаһына әйләндергән. Стеналарға Урал тауҙары, Ағиҙел йылғаһы, уйһыулыҡ-болонлоҡтар төшөргән. Ә балалар майҙансығында төрлө сәскәләр үҫтерә. Берәү ҙә өҫтән күрһәтмә бирмәгән, тегене эшлә, быны эшлә тип ыжып тормаған, мөғжизәне күңел ҡушыуы буйынса тыуҙырған ул.

– Ғүмер буйы Нөгөш турист базаһында эшләнем, – ти Любовь Александровна. – Ундағы матурлыҡты ябай һүҙ менән генә әйтеп бирерлек түгел. Үҙем Башҡортостандан түгелмен, шуға күрә бындағы тәбиғәттең хозурлығы йөрәгемде әсир итә. Шул уҡ ваҡытта сит илгә бер нисә тапҡыр сәйәхәт ҡылдым – Италия менән Швейцарияны арҡырыға-буйға йөрөп сыҡтым. Уларҙа ла иҫ киткес матурлыҡ. Бына шуларҙың барыһы ла үҙем көн дә үтеп-һүтеп йөрөгән юлда сағылыш тапты. Быларҙы ни өсөн эшләйем? Күршеләрем иртә менән күтәренке кәйефтә эшкә барһын, өйҙәренә яҡты сырай менән ҡайтһын өсөн.
Әлбиттә, быларҙың һәммәһе лә сығым талап итә. 2-се тор­лаҡ-файҙаланыу участкаһы директоры Хәлит Шәһәров ярҙа­мы­нан өҙмәй, уға рәхмәттәре сикһеҙ. Бынан тыш, Любовь Алек­сандровна үҙ аҡсаһына буяу, елем кеүек кәрәк-яраҡ һатып ала.




Вернуться назад