Абруй шулай яулана20.06.2015
Абруй  шулай яулана 2-се торлаҡ ремонт-файҙаланыу участкаһы – Мәләүез ҡалаһында иң ҙур һәм уңышлы эшләгән предприятиелар­ҙың береһе. 2008 йылда яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт итеп үҙгәртелгән ойошманың тарихы 1981 йылдан башлана.

Торлаҡ йорттар төҙөүҙең заказсыһы булған Мәләүез химия заводы ул осорҙа предприятиены асыуға һәм үҫтереүгә тос өлөш индерә. Йылдар дауамында ойоштороу-хоҡуҡ формаһы бер нисә тапҡыр үҙгәрә – ПЖРЭТ, ДУП, МУП, ЯСЙ. Әле йәмғиәт идарасы компания сифатында уңышлы эшләп килә.
– Компаниябыҙ дөйөм майҙаны 147 мең квадрат метр тәш­кил иткән 15 йортто хеҙмәтләндерә, – ти 1993 йылдан пред­приятиеға етәкселек иткән Хәлит Шәһәров. – Күп ҡатлы йорт­тарҙың байтағы уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында төҙөлгән. Шуға күрә уларға айырым иғтибар талап ителә. Мәҫәлән, торлаҡҡа капиталь ремонт яһағанда лифттарҙы алмаштырыу йәки төҙөкләндереү (нормаға ярашлы, уларҙы файҙаланыу ваҡыты – 30 йыл) – ҙур сығым талап иткән ҡатмарлы эштәрҙең береһе. Беҙ хеҙмәтләндергән йорттарҙа 61 лифт бар, был – Мәләүез ҡалаһындағы барлыҡ меха­низмдарҙың яртыһы.
Йәмғиәт директорының көндәлек мәшәҡәте күп. Әле предприятие күп фатирлы йорттарға идара итеүгә лицензия юллай. Ҡалала тәүгеләрҙән булып квалификация аттестатын алдылар, лицензиялау ғәмәлдәрен үтеү документтары Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты тарафы­нан тикшерелә. Ҡайһы саҡта ғәмәлдәге ҡануниәттәге етеш­һеҙлектәр халыҡ менән эшләүҙә өҫтәмә ҡаршылыҡ тыу­ҙыра, ләкин идарасы компанияла төшөнкөлөккә бирелмәйҙәр – барлыҡ мөрәжәғәттәрҙе һәм ялыуҙарҙы иғтибар менән тикшерәләр, йоғонтоло сара күрәләр. Кешеләр, ресурс менән тәьмин итеүсе һәм подряд ойошмалары менән эште планға ярашлы башҡарыу уңышҡа нигеҙ һала. Мәләүездә генә түгел, республика кимәлендә лә предприятиеның абруй ҡаҙаныуына бер ҙә ғәжәпләнергә ярамай. Йәмғиәттең һалым органдары, шулай уҡ ресурс менән тәьмин итеүселәр алдында бурысы юҡ, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы ваҡытында түләнә.
– Беҙҙең тырышлыҡ менән йорттарҙың күркәмләнеүен, халыҡтың таҙа подъездарға, төҙөк ихаталарға ҡыуаныуын күреү – үҙе бер бәхет, – тип һүҙен дауам итә Хәлит Вахит улы. – Компания халыҡтың аҡсаһын әләф-тәләф итмәҫкә ынтыла, Мәләүез ҡалаһында тәүгеләрҙән булып дөйөм йорт иҫәп-хисап приборҙарына, ә подъездарҙа хәрәкәткә көйләнгән яҡтырт­ҡыстарға күсеү, элекке терегөмөшлө лампаларҙы әүҙем алмаштырыу эшен башланы. Ихаталарҙы тәртипкә килтереү маҡ­сатында подряд ойошмаһы – “Экотех-Мәләүез” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән пластик шешәләр һәм алюмин банкалар өсөн махсус контейнерҙар ҡуйыуҙы күҙаллайбыҙ. 2012 йылдан алып йорт алдарында балалар өсөн өр-яңы уйын майҙансыҡтары асабыҙ.
2-се торлаҡ ремонт-файҙаланыу участкаһының хеҙмәте республика кимәлендә үткәрелгән байтаҡ бәйгеләрҙә лайыҡлы баһаланды. Был ҡаҙаныштарҙың нигеҙен арымай-талмай көн-төн эшләгән кешеләрҙең тырышлығы тәшкил итә. Улар ара­һында баш инженер Н. Катасоновты, бухгалтер Н. Сорокинаны, мастер А. Дьяченконы, слесарь-сантехник В. Красноборцевты, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе Н. Дмит­риевты, балта оҫтаһы К. Ҡаразбаевты, йыйыштырыусылар Г. Ильясова менән Э. Әбүбәкерованы айырып билдәләргә кәрәк. Коллективтың юғары профессионализмы, һөҙөмтәле ойоштороу структураһы, заманса технологияларҙы һәм материал­дарҙы ҡулланыу предприятиеға халыҡты уңышлы хеҙмәтләндереү мөмкинлеген бирә.


Вернуться назад