Милли аҡса берәмеге, карелдар менән дуҫлыҡ һәм “зәңгәр яғыулыҡ” мәсьәләләре…20.06.2015
Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форум ваҡытында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “БРИКС илдәренең иҡтисади хеҙмәттәшлеге: үҫеш өсөн мөмкинлектәр” эшлекле форум сессияһында сығыш яһаны.
БРИКС илдәрендәге эшлекле даирә вәкилдәре һәм дәүләт эшмәкәрҙәре көн тәртибендәге күп мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Улар иҫәбенә сауҙа эшмәкәрлегенең һәм инвестиция хеҙмәттәшлегенең ғәмәлдәге хәле, мөмкинлектәре, иҡтисад үҫешен дәртләндереү юлдары, төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, эшҡыуарлыҡ өсөн ыңғай шарттар булдырыу инә. БРИКС-та үҙ-ара иҫәп-хисаптың нигеҙен ойошмалағы илдәрҙең милли валютаһы тәшкил итергә тейеш, тигән фекерҙә эшлекле форумда ҡатнашыусылар. Шулай уҡ Үҫеш банкын ойоштороу тураһындағы башланғыс та тәҡдим ителде.
***
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Карелия етәксеһе Александр Худилайнен үҙ-ара сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Биш йылға иҫәпләнгән документ тотороҡло һәм оҙайлы нигеҙҙә ике яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереүҙе, нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ул сауҙа-иҡтисади, ауыл хужалығы, ғилми тикшеренеүҙәр һәм инновациялар, транспорт, ҡала төҙөлөшө, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, урман мөнәсәбәттәре, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, мәҙәниәт, спорт һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ дәүләт милли һәм йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, хеҙмәт мөнәсәбәттәре һәм халыҡты социаль яҡлау, мәғлүмәтләштереү, элемтә, киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнештәр йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашыу ҡарала.
***
Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән осрашты.
Яҡтар хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу барышы, газ сәнәғәтендә ҡулланылған газ һурҙырыу агрегаттары өсөн двигателдәр етештереү буйынса берлектәге предприятие асыу мөмкинлеген тикшерҙе.
– Уртаҡ предприятие ойоштороу буйынса һәр йәһәттән әҙерлек бара, — тине төбәк етәксеһе. — Финанс моделе лә, аҡса ла бар. Йылына 30-60 машина эшләргә мөмкин.
Осрашыу барышында республиканы газ менән ышаныслы тәьмин итеү буйынса компания эшмәкәрлегенә айырым иғтибар бирелде. Быйыл “Газпром” быға 4 миллиард һум самаһы тотонасаҡ. Был аҡса шулай уҡ Ҡансура-Муса ер аҫты газ һаҡлағысын реконструкциялауҙы дауам итеүгә лә тотоноласаҡ.
Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, Башҡортостан “Газпром” өсөн газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү йәһәтенән дә төп тиҫтә төбәк иҫәбенә инә. Республикала 11 газ тултырыу станцияһы компанияға буйһона, шуларҙың икәүһе әле реконструкциялана. Йыл аҙағына тиклем “Газпром” Өфөлә тағы ла бер станция төҙөргә ниәтләй.