Ер йөҙөндәге иң изге һөнәр20.06.2015
Ер йөҙөндәге иң изге һөнәр Ер йөҙөндә әллә күпме һөнәр бар. Ләкин шулар араһынан табип, шәфҡәт туташы тигәндәре – иң изгеһе. Ћуңғыһының хатта исеме ошо хаҡта һөйләй. Сир йәки һыҙланыу йонсотһа ла, иң тәү сиратта уларға ярҙам һорап ашығабыҙ.


Шамил Ѓәлиуллиндың да яҙмышы медицина менән бәйле. Гиппократ антына тоғро ул. Шамил Миңзөфәр улы – әле Өфөләге 50-се поликлиниканың баш табибы. Уның эшләү дәүерендә медицина учреждениеһы әллә күпме үҙгәреш кисерҙе. Бында хәҙер хатта муниципаль-ара онкология үҙәге эшләй. Ошо ҡаҙаныштары дәүләт тарафынан юғары баһаланды: Шамил Ѓәлиуллинға “Башҡортостандың атҡа­ҙанған табибы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Үткән кесе йома баш ҡалалағы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сә­ғи­тов, аҡ халатлыларға һөнәри байрамдары айҡанлы Башҡортостан Башлығының ҡотлауын, изге теләк­тәрен еткереп, дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Кешеләр иң ауыр минуттарында һеҙгә мөғжизәгә ҙур өмөт бағлап мөрә­жәғәт итә. Ә беҙ юғары кимәлдәге белгес­тәребеҙ – табиптарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, – тине Салауат Тәлғәт улы.
Республикала 180-гә яҡын дауалау учреждениеһы эшләй. Былтыр 16 мең тирәһе кешегә медицина ярҙамы күрһәтелгән. Быға тиклем Баш­ҡортос­танда бауыр менән бөйөрҙө күсереп ултыртыу уңышлы атҡарылһа, быйыл йөрәк трансплан­тацияһы буйынса алты операция эшләнде. Єлбиттә, бы­ларҙың барыһы ла медицина хеҙ­мәткәрҙәренең ты­рыш­лығы һөҙөм­тә- һендә атҡарылған. Өфөләге 21-се дауахананың травматолог-ортопеды Радик Нурлығаянов та беренсе тап­ҡыр операция эшләгән көнөн асыҡ хәтерләй.
– Бер ир аяғын һындырған ине. Єлбиттә, башта ҡурҡыу булды. Ләкин хеҙмәттәшем, әлеге ваҡытта 13-сө дауахананың баш табибы Рәдиф Сабиров уны еңергә ярҙам итте, – ти Радик Зөфәр улы.
Уға һәм Бәләбәй үҙәк район дауа­ханаһының терапия бүлеге етәксеһе – терапевт Єлфир Дәүләтовҡа, баш ҡалалағы 46-сы поликлиниканың баш табибы Азат Рәхмәтуллинға, 2-се республика клиник дауаханаһы неврологы Римма Хәсәноваға һәм баш­ҡа- ­ларға “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” тигән мәртәбәле исем бирелде. Республика һуғыш ветерандары клиник госпитале эндокринологы Ләлә Хажиповаға Баш­ҡор­тостан Баш­лығының Рәхмәт хаты тапшырылды.








Вернуться назад