Мең долларлыҡ сәскә20.06.2015
Мең долларлыҡ сәскә Бәләкәй генә гөлләмәне мең долларға һатып алыр инегеҙме? Бөгөн ундай хаҡ менән сәскәне үлеп ғашиҡ булғандар араһынан да бик һирәктәр генә бүләк итәлер... Баҡтиһәң, һирәк осраған, тәбиғи генә түгел, селекционерҙарҙың “ҡыҫылышы” йә яһалма буяу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән сәскәләр донъяла иң ҡыйбатлыларҙан һанала икән.

Ер йөҙөндә һирәк осра­ған һәм, әлбиттә, иҫ китерлек хаҡҡа һатылған сәскә ҡыҙыл Миддлемист исемен йөрөтә. Тарих биттәренә ул XIX быуат урталарында ки­леп ингән. Заманында Джон Миддлемист тигән баҡсасы Ҡытайҙан Европаға бер генә бөртөк бик матур рауза сәскәһен алып килеп, уны Ҡушма Короллектәге теплицаға ултырта. Әйтергә кәрәк, был гүзәл үҫемлектең нәҫеле әле булһа шундағы йылытмала көн күрә.
Һуңғы тапҡыр Миддлемист 2010 йылда Чезвик Хаустың оранжереяһында сәскә атҡан, баҡсасы иһә был һирәк “матурлыҡ”тың ҙур яуаплылыҡ, иғтибар һәм тәрбиә талап итеүе хаҡында әйткән.

Шулай уҡ ҡыйбат һәм ауыр­лығы буйынса тәүге урында торған Раффлезия сәскәһен 1878 йылда Одоардо Беккари исемле итальян ғалимы Суматра утрауында ғилми тикше­ренеү үткәргәндә табып ала. Үҫемлек тыуған ерендәге климатты ғына үҙ итә, шулай ҙа уны хәҙер ботаника баҡсаларында ла күрергә була. Паразит тө­рөнән булған Раффлезия үҙенә кәрәкле органик матдәләр бүлеп сығармай, лиана йә башҡа ағастарҙың имгәнгән һабаҡ­тарында көн күрә. Һуңғы­ла­ры­ның ҡабығы аҫтында орлоғон ҡалдырыу юлы менән үрсей. Йыл ярымдан бөрөләнә, туғыҙ айҙан бутонға әйләнә һәм өс-дүрт көн эсендә ҡыҙыл кирбес төҫөндә сәскә ата. Ауырлығы 10 килограмға етә.

Иң-иң ҡыйбат һәм һи­рәк сәскәләр рәтендә Кинабалу алтыны ата­малы орхидея ла бар. Ул Малайзияның Борнео утрауында ғына осрай, Милли парктың иң бейек Кинабалу тауында үҫә.
“Алтын” үҫемлек үҙе­нең юлаҡ­лы буялышы һәм тажда­ры­ның горизонталь булыуы менән айырыла. 15 йылдан һуң яҙын сәскә ата. Уның хаҡы – яҡынса 5 мең доллар.


Вернуться назад