Фән-техниканың йылдам үҫеше кешеләрҙә экологияға ҡарата иғтибарҙы арттыра. Хатта бәғзеләр таҙа һаналған яҡтарға күсеп тә китә. Ә планетабыҙҙа бөтөнләй саф һауалы, сүп-сарһыҙ урындар ҡалдымы икән һуң? 140 ил араһында үткәрелгән тикшереүҙә һәр дәүләттең һыу сифатынан, һауа таҙалығынан башлап пестицидтар ҡулланыу, биологик күптөрлөлөккә тиклем күҙ уңында тотолған.
Донъялағы иң таҙа илдәр исемлегенең 5-се баҫҡысын КОЛУМБИЯ биләй. Бында уңдырышлы тупраҡҡа бик һаҡсыл ҡараш йәшәй, башлыса сәскә, ҡәһүә үҫтерелә. Тауарҙы экспортлауҙан даими килем алына. Тирә-яҡтың таҙалығы халыҡтың уртаса 73 йыл йәшәүен тәьмин итә.
КОСТА-РИКА таҙалыҡ баҫҡысында 4-се урында. Испан теленән исеме “бай яр” тип тәржемә ителгән ерҙә, ысынлап та, сәләмәт халыҡ йәшәй. Быға тәбиғәткә ҡарата иғтибар, дәүләттең экотуризмға бәйле иҡтисады булышлыҡ итә. Ғөмүмән, был ил 2021 йылға атмосфераға бөтөнләй углерод бүлеп сығармаҫҡа ниәтләй.
НОРВЕГИЯ 3-сө урынға лайыҡ. Сәнәғәте ныҡ үҫешкән булһа ла, донъялағы иң таҙа илдәрҙең береһе һанала. Газ, нефть, балыҡсылыҡ – төп килем сығанаҡтары, башҡа йүнәлештәр буйынса ла эш көйлө. Халыҡ ит, һөт, үҙҙәрендә үҫтерелгән иген аҙыҡтарына өҫтөнлөк бирә.
Таҙа илдәр исемлеген ШВЕЦИЯ короллеге дауам итә. Уның байтаҡ өлөшөн таҙа урман, күлдәр биләй. Халыҡ ауыл хужалығы менән дә ихлас шөғөлләнә. Урындағы климат бар яҡлап та ҡулай.
Исемлектең тәүге баҫҡысында ШВЕЙЦАРИЯ килә. Ил башлыса Альп тауҙарында ята, шуға күрә халыҡ саф, таҙа һауа һулап кинәнә. Бында йылғалар, һоҡланғыс күлдәр, урмандар байтаҡ. Илдең ярты биләмәһе ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүгә бүленгән, күпселек өлөш сабынлыҡ, көтөүлектәргә бирелгән. Швейцария тәбиғәте төрлө ағас, баҡсаларға бай, бында Милли парк та бар. Өҫтәүенә был ил кеше иҫәбенә тулайым тауар етештереү күрһәткесе буйынса алдынғылар рәтендә тора. Халыҡтың сәләмәтлеген, йәшәү дәүерен оҙайтыу хаҡында ла етди хәстәрлек күрелә.