Алтын урталыҡ кәрәк20.06.2015
Алтын урталыҡ кәрәк Үтә камиллыҡ сирме?

Камиллыҡҡа ынтылыу – күркәм һыҙат, әммә “перфекционизм” төшөнсәһе менән осрашыу еңелдән түгел. Ҡулланылышҡа сит телдән килеп ингән был һүҙҙең асылы үҙеңде лә, башҡаларҙы ла теүәллеккә әйҙәүҙе йәшәүҙең төп маҡсаты итеп күреүгә ҡайтып ҡала. Йәғни эштәге, өйҙәге бар мәшәҡәттәр хәл ителгән, бурыстар үтәлгән, дуҫтарың, туғандарың, күршеләрең менән мөнәсәбәттәр иң өлгөлөһө, һин үҙең һәр ерҙә өлгөр, һәр яҡлап бай, белемле, тышҡы ҡиәфәтең һоҡланғыс, уй-фекерҙәрең матурлап, кәрәкле “кәштә”ләргә теҙеп ҡуйылған... Был сылбырҙы артабан да һуҙыр инек, әммә һәр кемгә лә һанап үтелгән сифаттарҙы “йәбештереп” булмауы көн кеүек асыҡ, сөнки барыбыҙ ҙа – кешеләр.


Яҡшы һөҙөмтә яуларға тырышыуҙың, маҡса­тыңа ирешеүҙең тәмен кем генә белмәй. Хәйер, бәғзеләр тотош ғүмерҙәрен бар яҡлап та камил, “һүҙ тейҙергеһеҙ” булыуға арнай. Кескәй генә уңышһыҙлыҡты ла ҙур кәмселек күреп, ауыр кисереү теге йәки был эште артабан мең тапҡырға яҡшыраҡ башҡарырға этәрә. Мәҫәлән, эштә алдынғылыҡ бирмәгән хеҙмәткәрҙең йор­тоноң бөхтәлегенә бөтөнләй һалҡын ҡарашта булыуы мөмкин йәки, киреһенсә, көн һайын ашарға әҙерләгән, өйөн йыйыштырған, балаларҙың дәрестәрен тикшергән әсәнең хеҙмәт урынында илке-һалҡылыҡ күрһәтеүе ихтимал. Быны миллиардер, “Apple” компанияһын төҙөгән Стив Джобс миҫалында ла күреп була. Уның үҙенең тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар бүлмәүе, гел генә “униформа”ла йөрөүе, ун йыл буйына йыһазһыҙ йортта йәшәүе, балаларының тормошо менән ҡыҙыҡһынмауы хаҡында мәғлүм. Шулай ҙа компьютеры уның тулы иғтибары аҫтында, кәрәк булһа, айҙар дауамында йүнәтеүгә дусар ителгән. Һөҙөмтәһе шаҡ ҡатырғыс: Стив Джобс байтаҡ йәштәрҙең кумирына әйләнә, тик ғаиләһе уның уңышынан ҡәнәғәтме? Шикле.
Перфекционистар, ғәҙәттә, өс төрлө була. Тәүгеһе – көслө булмаған, “сәләмәт” перфекционизм, ул айырым осраҡтарҙа ғына күҙәтелә. Мәҫәлән, нимәлер һатып алғанда, ял итергә, ресторанға барыр алдынан кеше үтә һайлансыҡ ҡыланып, тауарҙың етеш­һеҙлектәрен эҙләп теге йәки бының иң-иңен эләктерергә тырыша, әммә бер аҙ ваҡыттан был “һәләт”тең бер ҙә кәрәкһеҙ, килешмәгән икәнлегенә төшөнә.
Урта кимәлдәге перфекционизм кеше ғүмеренең байтаҡ өлөшөн тәшкил итеүе ихтимал. Ул башлыса айырым бер өлкәлә, мәҫәлән, эштә күҙәтелә – хеҙмәткәр һәр йөкләмәнең тейешенсә үтәлеүен, әйберҙәрҙең үҙ урынында ятыуын, ҡәтғи тәртип тотолоуын талап итә. Был “ҡанун”ға тап килмәгән кешене йә нәмәне күреү уның кәйефен төшөрә, сығырынан-сығара. Ундайҙар хаҡында “отличник синдромы”нан ыҙалай, тиҙәр.
Камиллыҡ менән мауығыу күренеше Даррен Аронофскиҙың “Ҡара аҡҡош” фильм­ын­дағы Нина образы аша асыҡ сағыла. Һәр хә­рәкәтте дөрөҫ, юғары кимәлдә башҡарыуға ынтылған балерина бер ҡасан да тиерлек үҙенән ҡәнәғәт булмай. Танылыу яулау маҡ­саты менән янған Нина конкурентлыҡтан ныҡ ҡурҡа, көндән-көн күберәк шөғөлләнә башлай. Ниһайәт, хәрәкәттәрен идеаль кимәлгә еткерә, әммә директоры балеринаны бейеүенең ҡоро һәм зауыҡһыҙ булыуы хаҡында киҫәтә.
Көслө перфекционизм шәхестең башҡа­ларҙы үҙенә буйһондороуҙың ҡалыплашҡан тәртибендә сағыла. Уға һәр нәмәнең үтә камил булыуы мөһим. Теүәллеккә ҡарата дәрт хәүефле мауығыуға әйләнеп, контролдә тота алмау сигенә етеүе бар. Перфекционизм тураһында һүҙ сыҡҡанда, ғәҙәттә, уның тәүге ике төрөн күҙаллайҙар.

Идеал артынан ҡыуып

Маҡсатына ирешер өсөн перфекционист һәр төрлө аҙымға барырға риза. Хата, уңыш­һыҙлыҡтарҙы кисерә алмай, шуға ла үҙенең хис-тойғоһон, йөкләмәләрҙең үтә­ле­шен контролдә тота. Уның фекеренсә, донъя­лағы бар нәмә лә камил булырға тейеш, ҡапма-ҡаршы осраҡта перфекционистың күңеле ҡайта, өмөтө өҙөлә. Һәм тормошонда был хәл йыш күҙәтелә, сөнки ул камиллыҡ кимәлен ысынбарлыҡтан бик юғары билдәләй. Бындай “сир”гә дусар булғандар иң-иң алдынғы төшөнсәләр менән биҙәлгән үҙ донъя­һында йәшәй, башҡалар ҙа уның ошо юғары образына тап килергә тейеш, тип уйлай. Кем дә кем перфекционистың фекеренә кире ҡараш белдерә ҡалһа, яуап әсе мыҫҡыллау рәүешендә буласаҡ.

Яратҡаныңдың ни ғәйебе?!

Яҡын мөнәсәбәттәрҙә перфекционист – туң, ситләшкән йәр ролендә. Ул һөйгәненә ауыр һүҙ әй­теп, үсектереүен үҙе һиҙмәүе лә ихтимал. Яратҡан кешеһе, әлбиттә, идеаль булырға те­йеш. Перфекционисҡа ниндәй тойғо кисе­реүенән бигерәк, үҙенең ҡиәфәте, тейешле кейеме мөһим. Әгәр ҙә мәгәр мөхәббәтенең камиллыҡҡа тап килмәүен һиҙһә, ул быны хыянат тип ҡабул итәсәк, йәне көйөп, “һә” тигәнсә ташлап китеүе лә ихтимал.
Асылда иһә...

Перфекционистың эске донъяһына күҙ һалыу уны аңлау, йәлләү, мәрхәмәт күрһәтеү мөмкинлеген асасаҡ.
l Ысынында бындай кеше йөрәк йылы­һы­на, таянысҡа бик мохтаж, тик уларҙы ала ғына белмәй. Башҡаларҙан да, үҙенән дә ситләшеүенән яфалана. Күңел төбөндә ысын хистәре бар, әммә уларҙан ҡаса.
l Тирә-яҡтағыларға, үҙенә ҡарата булған юға­ры талаптар перфекциониста эске кө­сөр­гәнеш тыуҙыра. Ул барлыҡ тырышлығын камиллыҡ төшөнсәһенә тап килеүгә йәлеп итеүҙән арый.
l Бындайҙарға шәхси хатаһын таныу ҡыйын бирелә. Үҙ баһаһын ҡаҙаныштары менән генә “нығытып килгән” перфекционист һәр уңышһыҙлыҡты йөрәгенә яҡын ала, ауыр кисерә. Башҡалар уның камиллыҡҡа тап килмәүен һиҙгән осраҡта, ныҡ ояла, асыуы ҡабара.
l Яңы үр яулағас йә маҡсатына ирешкәс тә, перфекционист уңышынан кинәнес алмай, әммә быны йәшерергә мәжбүр. Был осраҡта ла оялыу тойғоһо ҡамасаулай.
l Үҙен тотошо ғәҙәти булмаған кешеләр ме­нән аралашыуҙы кисерә алмай. Һәм тағы ла ояла.
l Үҙ-үҙен түгел, башҡаларҙы ғына ғәйепләй.
l Башҡаларҙан көнләшә, тик быны йәшерә, хатта үҙенән дә.

Сәбәбе – бала саҡта

Бала саҡта алған тәрбиә үҙенсәлектәре был күренешкә сәбәпсе булыуы мөмкин. Ғәҙәттә, ата-әсәләр балаһын уңыш яуларға, бейек үрҙәр ҡаҙанырға әйҙәй. Өлгөлө тәртипле, тыңлаусан булһа, “бишле” билдәләренә өлгәшһә генә маҡ­тай, бүләкләй. Әгәр ҙә сабый был талаптарға яуап бирмәй икән, уны ҡаты тыйыу, яза көтә. Оялтып, уңайһыҙ хәлдә ҡалдырылыуы ла ихтимал. Ни өсөн? Сөнки ата-әсә балаһына ҙур өмөт­тәр бағлап үҫтерә, уның башҡаларҙан юғары икәнлегенә ышанып, ышандырып йәшәй. Ваҡыт үтеү менән бындай ҡыҙ йә ул үҙ теләк-тойғоһон һанға һуҡмай башлай, иғтибарын йәмғиәттә ихтирам ителгән әйберҙәргә генә йүнәлтә. Маҡсаттарына ирешкән мәлдә ул бәләкәй саҡтағылай маҡтау, бүләкләүгә өмөтләнә. Тик был уңыш уға кинәнес, ҡәнәғәтлек тойғоһо бирмәй. Шулай ҙа күңеле менән был еңеүҙәрҙең үҙенә бер ҙә кәрәкмәгәнлеген һиҙә, аңлай.
Психология өлкәһендәге заманса тикше­ренеүҙәр һөҙөмтәһендә, “отличник синдро­мы”ның икенсе яғында оҙаҡҡа һуҙылған арыу, даими көсөргәнешлек, үҙеңдән, башҡаларҙан ҡәнәғәтһеҙлек, күңел төшөнкөлөгө сағылыуы асыҡланған.

Көрәшеү юлдары

Яҡын кешегеҙҙең, танышығыҙҙың перфекционизм менән сирләүен һиҙһәгеҙ, көймәгеҙ, уны аңларға тырышығыҙ, йәғни йылы, ихлас мөнәсәбәт булдырығыҙ. Әгәр ҙә был аяныслы сифатты үҙегеҙҙә тойһағыҙ, һәр яҡлап камил, өлгөр һәм иң-иң булыуы һеҙгә ни тиклем мөһим тигән һорауға яуап биреп ҡарағыҙ. Өҫтәп, көн һайын теге йәки был мәсьәләгә күпме ваҡыт сарыф иткәнегеҙҙе яҙып ҡарағыҙ. Аҙна аҙағында тейешле һығымта яһарһығыҙ. Һәр эш алдынан үҙ-үҙегеҙ менән әңгәмә ҡороғоҙ, алда торған бурыстың ни тиклем мөһим, үтәлеү ваҡытының күпме булыуын асыҡлағыҙ.


Вернуться назад