Күптән түгел ошо һүҙҙәрҙә байтаҡ дөрөҫлөк барлығына инандым. Юғиһә уратып алған мөхитебеҙ, ашаған ризығыбыҙ, кейгән кейемебеҙ хаҡында ни тиклем күберәк белһәң, шул тиклем ҡурҡынысыраҡ була бара. Ә ҡурҡыу тойғоһо, һәр төрлө стресс, күңел төшөнкөлөгө, ҡаты сир кеүек үк, кеше организмын хәлһеҙләндереүгә, тимәк, ҡартайыуға дусар итә.Бына, мәҫәлән, “Үңәҙ” исемле фәнни-документаль фильмды ҡарағандан һуң, оҙаҡ ҡына ваҡыт күк еҫенән, күгәргән әйберҙән ҡурҡыу хисе ҡалды. Икмәк һауытын көн һайын еүеш сепрәк менән һөртөүҙән, икмәкте еҫкәп ҡарауҙан саҡ арындым. Быға тиклем ғүмер буйы раковиналарҙы, ваннаны таҙартҡан “Белизна” организмда яман шеш күҙәнәктәрен уята тип ишеткәс, унан баш тарттым. Кер йыуыу порошоктарына ҡарата талапсанға әйләндем. Йәнәһе, уларҙың бөтәһе лә төрлө ауырыуға юлыҡтырған химик берләшмәләрҙән тора.
Кемдер һәр кешелә үҙен һаҡлау инстинкты булырға тейеш, тиер. Эйе, килешәм. Хоҙай тарафынан бирелгән ғүмер, һаулыҡ өсөн үҙебеҙ яуаплы, әммә һәр нәмәнән ҡурҡыу, шикләнеү, өмөтһөҙлөккә бирелеү ҙә яраған эш түгел.
Күп уҡыған, күп белгән оло йәштәге бер танышым бар. Торғаны энциклопедия инде. Йәш саҡтан уҡ мауығыуҙары, яратҡан шөғөлдәре күп булған уның. Нимә тураһында һөйләшһәң дә, мәғлүмәтле, төплө белемле булыуы менән айырыла ине. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ике бүлмәле фатирында күпләп гөл үҫтереү менән мауыҡты. Өйө йәйен-ҡышын аллы-гөллө сәскәгә күмелде. Магазиндарҙан да, баҙарҙан да, яҙҙырып алып та үрсетте ул гөлдәрҙе.
Яңыраҡ барлыҡҡа килгән, шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәшәйешебеҙгә бик тиҙ һәм тәрән үтеп ингән фэн-шуй тәғлимәтен өйрәнгәс, гөл яратҡан танышым үҫентеләренең күбеһенән ҡотолдо. Үрмәле, сыбар йәки осло япраҡлы гөлдәрен һауыты менән сығарып быраҡтырҙы, һатты, бүләк итте. Бик мауыҡты фэн-шуй менән. Быға тиклем тыныс ҡына, үҙ яйы менән йәшәгән ханым донъяһының аҫтын-өҫкә килтерҙе. Тирә-яҡ мөхит, күршеләре, үҙе менән тулы гармонияла, тигеҙ, аңлашып йәшәү өсөн өй йыһаздарын фэн-шуй ҡушҡанса, йәғни идеалға тура килтерергә тырышып, бер мөйөштән икенсеһенә шылдырып боҙоп бөттө.
Ҡасандыр аралашыуы ҡыҙыҡ булған был оло йәштәге апай менән оҙаҡламай бер кемдең дә һөйләшкеһе килмәне, сөнки ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, эргә-тирәһендәгеләрҙе яңыса йәшәргә өйрәтте, фекерен көсләп таҡты. Тиҙҙән ул үҙен бөтә нәмәнән сикләүҙән, ҡурҡыуҙан, бөтмәҫ шикләнеүҙәрҙән депрессияға бирелде. Был хәл-торошонан дини китаптар, доға уҡып ҡына ҡотолдо.
Әҙәмде был донъяла һәр саҡ ниҙер һағалай, әммә уны аралаусы ла юҡ түгел. Шикләнергә, өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамай, һәммәнең дә урталығын табыу мөһим.