Хәтирәләремде һуғыш тамамланыуға 70 йыл тулғанда ла яҙмаһам, үҙемде ғәфү итә алмаҫмын кеүек. Ҡыҙҙарым, ейән-ейәнсәрҙәрем олатай-өләсәләренең яҙмышын белеп үҫһен ине. Атайым Мөхәмәтйән Ғирфан улы Ҡыуандыҡов 1910 йылда Ейәнсура районының Әбүләис ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1921 йылда ата-әсәһе аслыҡтан үлеп, үкһеҙ етем ҡалғас, ағалары Юныс менән Билал Бикбовтар һәм Рәхилә еңгәһе тәрбиәһенә алына. Үҙенең ныҡышмалылығы һәм тырышлығы арҡаһында ике класс белем алыуға өлгәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артабан уҡыуын дауам итеү мөмкинлеге булмай. Ул йылдарҙың ауырлығы ҡаҡса ғына бәләкәй малай иңенә лә төшә. Ниндәй генә эш башҡармай үҫмер! Көтөүен дә көтә, башағын да һуға, урманын да ҡырҡа, һалабашын да һыҙыра…
Тормош нисек кенә ауыр булмаһын, йәшлек үҙенекен итә. Атайым да үҫеп, егет ҡорона еткәс, ғаилә ҡороу тураһында уйлана башлай. Назар ауылындағы Әфләтүн мулланың Нәфисә исемле ҡыҙына күҙе төшә уның. 1930 йылда йәштәр бер-береһенә мәңге бергә булырға тип һүҙ бирешеп, өйләнешә. Бер аҙҙан улар әсәйемдең оло йәштәге ата-әсәһен, уларҙың ике кесе балаларын – Ғәзизә һәм Рауилды — үҙ ҡарамағына ала.
1931 йыл — коллективлаштырыу осоро. Әбүләис ауылында ла ҙур үҙгәрештәр башлана. Ауылда “Көрәш” колхозы төҙөлә. Уны ойоштороусыларҙың береһе – минең атайым. Эшһөйәр, тырыш, ипле холоҡло, яғымлы атайымды ауылдың йәше-ҡарты хөрмәт итеп, килеп тыуған һорау-мәсьәләләр менән уртаҡлашып, кәңәшләшеп торалар.
1942 йылдың ҡышында атайым фронтҡа алына. Ул әсәйемә: “Мин балаларҙы, үҙеңде һаҡларыңа, бирешмәҫеңә үҙемә ышанған кеүек ышанам! Ныҡ бул”, — ти ҙә утлы ғәрәсәт эсенә китеп тә бара.
Атайым 7-се уҡсы полкы составында ҡыҫҡа сроклы курстарҙы тамамлағандан һуң, артиллерия ғәскәрҙәрендә һуғышып, иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Уның “Һуғыш кенәгәһе”нә күҙ һалам да уйға ҡалам — шул ҡот осҡос тамуҡтан имен-аман сығыр өсөн ҡайҙан алды икән көс-ғәйрәтте, ҙур ҡөҙрәтте… Сталинград янындағы хәтәр һуғышта ла, тарихҡа аяуһыҙ үлемесле яуҙары менән инеп ҡалған Сталинград ҡалаһын, атаҡлы 4-се Украина фронтында Европа илдәрен азат итеүҙә лә ҡатнаша. Чехословакияның Брно ҡалаһында барған аяуһыҙ алышта батырлыҡ күрһәтеп, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Был миҙалға ҡарата бирелгән фармандың нөсхәһен ҡәҙерләп һаҡлайым. Унда атайымдың 1945 йылдың 25 апрелендә Брно ҡалаһын фашистарҙан азат иткәндә ҡаһармандарса һуғышып, дошмандың ике ҡул пулеметын тар-мар итеүе тураһында яҙылған.
Атайым һуғыш тураһында һөйләргә яратмай ине. Әгәр һораһаң, сабыр ғына йылмая ла: “Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын”, — тип кенә яуап бирер ине. Бәлки, уны, бер ҡот осҡос төш һымаҡ ҡына булып ҡалһын тип, иҫләргә яратмағандыр…
Атайым һуғышҡа киткәндә әсәйем биш бала (өсәүһе үҙенеке һәм бәләкәй һеңлеһе менән ҡустыһы), ҡарт әсәһе (ул ваҡытҡа атаһы мәрхүм була) менән тороп ҡала.
Минең әсәйем Нәфисә Әфләтүн ҡыҙы Ҡыуандыҡова (ҡыҙ фамилияһы Бикбаева) ҡулына ҡорал тотоп дошманға ҡаршы һуғышмаһа ла, тылда күрһәткән хеҙмәтен барлап бөткөһөҙ. 27 йәшлек йәш ҡатындың иңенә тормоштоң барлыҡ ауырлыҡтары төшә. Ләкин ул үҙ-үҙен аямайса ғаиләһен, балаларын аслыҡ, яланғаслыҡтан һаҡлап алып ҡалыр өсөн ысын мәғәнәһендә көрәшә. Әсәйемдең ҡот осҡос аяуһыҙ замандар хаҡында һөйләүе бөгөнгөләй хәтеремдә: ”Ауылдан һыу һөлөгө кеүек ир-егеттәрҙе, күҙ ҡараһы кеүек кенә һаҡлаған аттарҙы яуға оҙаталар. Тормоштоң аҫты-өҫкә килә. Халыҡ аслыҡ, яланғаслыҡтан интегә… Бер аҙҙан фронттан “хәбәрһеҙ юғалды”, “батырҙарса һәләк булды” тигән ҡара ҡайғылы хаттар ҙа ағыла башланы. Ул ваҡытта беҙ, йөрәктәрҙе усҡа тотоп, хат ташыусы беҙҙең өйҙө урап үтһә ярар ине, тип теләй торғайныҡ. Миңә, ауыҙыма ҡарап торған биш баланы, әсәйемде астан үлтермәҫ өсөн, көн дә иртән тешемде тағы ла нығыраҡ ҡыҫып, ирендәремде ҡымтып, ҡара төнгә тиклем тир түгергә тура килде...”
Эйе, кем генә булып эшләмәгән әсәйем: ат ҡараусы ла, тракторға яғыулыҡ ҡойоусы ла, ураҡсы ла, ҡарауылсы ла… Уның дәртле, көр күңеле, ныҡлы рухы, тәүәккәллеге, кешелеклелеге, кеселеклелеге тормош ҡуйған һынауҙарҙы үтергә ярҙам иткәндер, тип уйлайым.
Һуғыш тамамланып, бер аҙ ваҡыт уҙғас, ауылға һалдаттар ҡайта башлай, улар араһында минең атайым да була. Уның бер тапҡыр ҙа яраланмай, бөтә ағзалары теүәл килеш тыуған ауылына имен-аман әйләнеп ҡайтыуы өйҙә зарығып көткән ҡатыны, балалары, тыуасаҡ ул-ҡыҙҙары бәхетенән булғандыр.
Һуғыштан һуңғы йылдар ҙа еңел килмәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ дәртләнеп яңы көс менән илде аяҡҡа баҫтыра. Атайым да эшкә сума. Колхозды яңынан тергеҙеү өсөн күп көс һала. Ферма мөдире, иҫәпсе, колхоз рәйесе булып та эшләй. Уның ниндәй оҫта ойоштороусы булыуын бөгөн дә иҫкә алалар.
Атайым менән әсәйем һоҡланғыс та, тетрәндергес тә ғүмер юлы үттеләр. Балаларын тәрбиәләп, уҡытып оло юлға сығарҙылар. Рәхмәт, ҡәҙерлеләрем. Барыһы өсөн дә рәхмәт!
Миңзифа УЛИКАНОВА.
Ейәнсура районы.