Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!20.06.2015
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы хөрмәтенә “Башҡортостан” гәзите “Тыл һалдаттары” тигән конкурс иғлан иткәйне. Шуныһы ҡыуаныслы: редакцияға хаттар күп килде. Уларҙың һәр береһендә төрлө яҙмыш – һуғыш һәм унан һуңғы осорҙа Тыуған илебеҙҙе аяҡҡа баҫтырыуға бар көсөн һалып, баҫыуҙарҙа, завод-фабрикаларҙа тәүлек әйләнәһенә эшләгәндәр, фронтты кәрәк-яраҡ менән тәьмин иткәндәр, баҫыу-ҡырҙарҙа тир түккәндәр тураһында бәйән ителгәйне.

Баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе һайлап алы­уы еңел булманы, сөнки һәр автор тарих сөң­гөлдәрендә ҡалған ваҡиғаларҙы тормошсан, дөрөҫ һәм аныҡ миҫалдарға таянып яҙырға тырышҡан. Республикабыҙҙың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан килгән мәҡәләләрҙе гәзитебеҙҙә даими баҫтырып барҙыҡ.
Ћәр бәйгенең еңеүсеһе була. Баһалама ағзалары түбәндәге ҡарарҙы ҡабул итте:
I урын – Ишембай ҡалаһынан хеҙмәт ветераны Рәсүл үмәровҡа (“Ми­һырбанлы ла, бәғерһеҙ ҙә заман” , 2014 йыл, 166-167-се һандар);
II урын – Күгәрсен районынан педагогия хеҙмәте ветераны Алик Сәйетҡолов (“Тормош беҙҙе һындыра алманы”, 2015 йыл, 35-36-сы һандар) менән Баймаҡ районынан хеҙмәт ветераны Салауат Мөхәмәтшинға (“Атай ҙа, әсәй ҙә ине ул беҙгә”, 2014 йыл, 215-216-сы һандар);
III урын – Ишембай районынан Вара­ҡа әләүетдиноваға (“Ћигеҙенсе атты үҙең менгәнһең бит!” (2015 йыл, 1-2-се һандар), “ªñәé âàñûÿòû” (2014 йыл, 127-се һан), “Бәхет уны үҙе эҙләп тапты” (2014 йыл, 217-се һан) һәм башҡа мәҡәләләре).
Еңеүселәрҙе һәм конкурста әүҙем ҡатнашҡан авторҙарыбыҙҙы – Учалы районынан Фәриҙә Ситдиҡованы (“Тормош йәме хеҙмәттә”, 2015 йыл, 15-16-сы һан­дар), Өфө ҡалаһынан Таһир Латиповты (“Šаҙаҡ иленә илткән яҙмыш”, 2015 йыл, 88-89-сы һандар), Ейәнсура районынан Булат Аҡмановты (“Йәшәү бәхете – күңел сафлыҡта”, 2015 йыл, 3-сө һан), Архангел районынан Шәмсимөхәмәт Рәшитовты (“Еңеү хаҡына барыһына түҙҙек”, 2014 йыл, 168-169-сы һандар), Баймаҡ районынан Земфира Таһиро­ваны (“Баламды етем итмәм, тинем”, 2015 йыл, 4-се һан), Ишембай районынан Рәфҡәт Сәғәҙиевте (“Яуҙан ҡайтты ла, урман һағына баҫты”, 2015 йыл, 15-16-сы һандар), Краснокама районынан Дамира Хөснөтдинованы (“Яҙмышында – ил тарихы”, 2015 йыл, 115-116-сы һандар), Šûðìûҫҡàëû ðàéîíûíàí Ðîçàëèÿ Šàñ­ҡûíáàåâàíû (“Òүҙәéåê èíäå, òèï òû­íûñëàíäûðûð èíå...”, 2015 éûë, 79-ñû һàí) редакциябыҙҙа дипломдар һәм рәхмәт хаттары көтә.
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡот­лай­быҙ, киләсәктә лә гәзитебеҙҙең тоғро дуҫ­тары булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ. Бе­лешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 272-35-01.




Вернуться назад