Тәме әсерәк булһа ла, лимонды һыуға болғап эшләнгән эсемлеккә тиңе юҡ. Уны һыуһынды ҡандырыу ғына түгел, организмда витамин, микроэлементтар етешмәүен бөтөрөү һәм күңел күтәренкелеге өсөн дә файҙаланып була. Был эсемлектең сәләмәтлек өсөн әһәмиәте ҙур.n С витаминына бай емеш ҡушылған һыу иммунитетты нығыта, йәғни тымауға, һыуыҡ тейҙереүгә ҡаршы һәйбәт сара. Һауығыу өсөн бындай эсемлекте өс көнгә бер тапҡыр ҡабул итеү ҙә етә.
n Лимонлы һыу аш һеңдереү процесына ыңғай тәьҫир итә, үҙәк көйөү, күңел болғаныу, эс күбеү кеүек сирҙәрҙән арындыра. Уны эс йомшартыу өсөн дә ҡулланырға була.
n Бөйөрҙәрҙең эшмәкәрлеген яҡшырта.
n Организмдағы токсиндарҙы сығара.
n Ҡанды, ҡан тамырҙарын таҙарта.
n Бауырҙы таҙартып, уның эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә, үтте шыйығайта.
n Лимонлы һыу калий, магнийға бай, шуға ла ул йөрәк тамырҙарына, нервы системаһына яҡшы тәьҫир итә. Ҡанда калий аҙ булған осраҡта кеше депрессияға бирелеүсән була, тәбиғи лимонад иһә бынан арындырыр.
n Һөйәктәрҙе нығыта, остеопороз, рахит сирҙәрен булдырмай.
n Ҡан баҫымын түбәнәйтә.
n Организмдағы лайланы кәметә, йәғни ҡурылдай быумаһынан, бронхиттан яфаланғандар өсөн файҙалы.
n Лимонлы һыу эсеү ябығыуға булышлыҡ итә.
n Йәшәртеү көсөнә эйә, тиренең сифатын яҡшырта. Бит өсөн тоник урынына ла ҡулланыла.
Г. ҒӘЙЗУЛЛИНА әҙерләне.