Йылы һүҙҙәре лә дауалай20.06.2015
Йылы һүҙҙәре лә дауалай “Йәштәр ауылды ташлап ҡаса” тигән һүҙҙәр менән тулыһынса килешеп булмай. Мәҫәлән, Петровскийҙы “ҡарттар төйәге” тип әйтмәҫһең. Яңы эш урындары, бер-бер артлы ҡалҡҡан йорттар — быға аныҡ дәлил. Ауылда йәштәр гөрләтеп донъя көтә.

Әлфиә Аҡкөсөкова бәләкәй сағы­нан уҡ табип булырға хыяллана. Һөҙөмтәлә Башҡорт дәүләт медицина университетының терапия бүлегенә уҡырға инә.
Студент йылдары – йәшлектең иң матур мәле. Нәҡ шул осорҙа ҡыҙ яҡ­та­шы, Ишембай егете Русланға ке­йәүгә сыға. Мөхәббәт емештәре бу­лып, Алина менән Арыҫлан донъя­ға килә. Әлбиттә, бер ҡулыңа — бала, икенсеһенә китап тотоп ултырыу еңел түгел. Шулай ҙа бирешмәй Әлфиә, ҡулына диплом ала.
Ете йыллыҡ студент тормошонан һуң йәш ғаилә тыуған төйәгенә ҡайта. Руслан Себергә йөрөп эшләһә, Әл­фиә, бер нисә айлыҡ ҡына сабыйы булыуға ҡарамаҫтан, Петровский участка дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай. Йән биргәнгә — йүн биргән, ти халыҡ. Әлфиә, ауыл ерендәге йәш медицина белгестәре өсөн ҡаралған “Ауыл табибы” федераль про­граммаһында ҡатнашып, бер миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамын ала, бынан тыш, “Йәш белгес” төбәк программаһына ла ғариза яҙа.
— Ҡайһы саҡта Өфө һағындыра, әлбиттә, әммә ошондай шарттар бул­ғанда, ауылда йәшәү күпкә отош­ло, — ти табип. — Йәштәргә саҡ ҡына ярҙам иткәндә, улар үҙ еренә берегергә генә тора. Хәҙер хатта ҡайһы бер төпкөл ауылдарҙа ла йәшәүе ҡулай – кеҫә телефоны, Интернет бәйләнеше бар, ҡалаға барып әйләнеү өсөн юлдар ҙа һәйбәт. Ғөмүмән, мөмкинлектәр етерлек.
Ғәҙәттә, кешенең баһаһы уның хеҙмәтенә ҡарап билдәләнә. Бигерәк тә йәштәр тураһында һүҙ барғанда, уларҙың үҙ бурысына ҡарата мөнә­сәбәтенән сығып һығымта яһайһың. Был йәһәттән Әлфиәгә һоҡла­ныр­лыҡ: ул ҡабул иткән ауырыуҙар та­биптың кәңәшенән дә, йылы һүҙ­ҙәренән дә ҡәнәғәт. Ә пациенттары аҙ түгел. Дауахана бер нисә ауылды хеҙмәтләндерә. Урындағы халыҡ медицина учреждениеһының яҡшы эшләүенә шатланып бөтә алмай.
Заман һулышы шуны көҫәй: үҙ ерең­дә, шәхси ихатаңда йәшәүе отошло. Һәр хәлдә, хеҙмәт баҙары һәм магазин кәштәләрендәге хаҡтарға ҡарап, шундай һығымтаға киләһең. Был йәһәттән йәштәргә уйланырға урын бар.


Вернуться назад