Заман сиренән ҡотолоу юлы20.06.2015
Таҙтүбә ауылында наркомандарҙы дауалау үҙәге эшләй. Бында сирлеләр һәммәһе лә үҙ теләге менән дауалана, дөрөҫ юлға баҫыуҙы маҡсат иткән.
Картья йылғаһы буйында урынлашҡан үҙәккә барыһы ла ҙур өмөт бағлап килгән. Ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ дауаланған йорттар араһындағы сиркәү тирә-йүнгә илаһилыҡ өҫтәй. Роман атаның һүҙҙәренә ҡарағанда, наркотикка бәйлелектән арынырға мөмкин — теләк кенә булһын. Уға тотош Рәсәйҙән мөрәжәғәт итәләр, һәр ҡайһыһына ярҙам итергә тырыша. Мәҫәлән, тал сыбығылай нескә, төҫкә-башҡа сибәр Марина Томск ҡалаһынан килгән.
– Һөйөү утында яндым, ғазап сиктем, егетемде юғалтыуҙан ҡурҡып, төндәр буйы илай торғайным, – ти 20 йәшлек һылыуҡай. – Тәүҙә мөхәббәтем үҙен шул тиклем итәғәтле тотто, осрашҡан һайын сәскә биреп ҡыуандырҙы. Мин дә ашҡынып торҙом уны күрергә. Бер көн эңер төшөр алдынан егетем, яр буйына саҡырып, нимәлер тәмләтте. Наркотикка бәйлелек шунан башланды ла инде...
Танышыбыҙ Башҡортостандағы дауалау үҙәге тураһында Интернеттан белеп шылты- ратҡан. Марина туғыҙ ай дауалана, моғайын, тулыһынса таҙарыныуға бер йыл етер. Шулай уйлай Роман Тарасов.
Ә бына Николайҙың “стажы” — 14 йыл. Йәш саҡ – дыуамал саҡ, тигәндәй, Тольятти малайы IХ класта уҡығанда уҡ ҡыҙыҡ күреп наркотик менән “танышҡан”. Аҙаҡ терһәген тешләрҙәй булған да бит... Етмәһә, хәҙер ғаиләле. Ирҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, кәләше көтөргә вәғәҙә биргән, һауығыу менән тормошон өр-яңынан башларға теләй.
Үкенескә ҡаршы, бында Башҡортостандыҡылар ҙа юҡ түгел. Күбеһе — тимер юл станцияһы урынлашҡан район-ҡалаларҙан.
Пациенттар буш ваҡытын нисек уҙғара? Уларға Роман ата менән мәхәллә кешеһе яҡшылыҡҡа һәм изгелеккә өндәгән лекциялар уҡый, “Аллаһ законы” тигән китапты өйрәтә. Бынан тыш, психологтар, педагогтар һәр сирле менән айырым һөйләшә. Йәшәгән йорттарын йыйыштырыу, ихатаны тәртипкә тотоу – пациенттарҙың бурысы. Бынан тыш, баҡса үҫтерәләр, теплицаны тәрбиәләп тоталар. Әйтеүҙәренсә, бында ҡасандыр мал-тыуар ҙа булған. Уны таҙтүбәләргә таратып биргәндәр, әле ҡош-ҡорт ҡына аҫрайҙар. Аҙнаһына бер тапҡыр мунса инеү ойошторола. Роман Сергеевич билдәләүенсә, пациенттарға Интернетҡа инеү тыйылған, әммә бик кәрәк саҡта телефондан һөйләшергә рөхсәт ителә.
– Гашишты ауыҙ итһәң, ожмахта йөҙәсәкһең, тигәндәренә ышанғайным, ә ысын рәхәтлек бында икән, – тип ҡыуана бер үҫмер.
Үҙәктә кем генә юҡ! Бер нисә юғары белеме булғандар ҙа, ябай эшселәр ҙә, яңғыҙаҡтар ҙа, ғаиләлеләр ҙә...
Донъя бик ҡыҙыҡ ҡоролған. Йәшәйештең көрәш икәнлегенә ваҡыт үткән һайын тәрәнерәк төшөнә бараһың. Һәр кем тормошон үҙенсә төҙөй. Бына ошо юлда аҙашмау кешенең ихтыяр көсөнә бәйле.