Ҡулды йыуып йөрөгөҙ20.06.2015
Аҙыҡтан организмға инеп үрсерҙәй микробтар бихисап. Шуларҙың береһе – сальмонелла. Был йоғошло сир микробын Элмер Сэлмон (Daniel Elmer Salmon) исем-шәрифле Америка ветеринары беренсе булып тапҡан, шунан сығып, уға “сальмонелла” атамаһы бирелгән. Исеме яңғырашлы тойолһа ла, был хәүефле микробтың кеше һаулығы өсөн ҙур ҡурҡыныс тыуҙырыуы билдәле.

Телевидение, радио аша кешеләрҙең теге йәки был ашханала микробтар менән ағыуланып, дауаханаға эләгеүе хаҡында йыш ишетәбеҙ. Туҡланыуҙы ойошто­роусыларға ҡаршы енәйәт эштәре лә ҡуҙғатылып тора.
Тирә-яғыбыҙҙа микробтар хужа булма­ған бер урын юҡ. Шулай ҙа сальмо­нелланың ҡотороп үрсегән ерҙәрен белеү, уларҙан һаҡланыу сараларын ҡулланыу кәрәк.
Сальмонелла, ғөмүмән, аҙыҡ-түлектә үрсей һәм кеше организмына аш-һыу менән инә. Ул — бик хәрәкәтсән һәм сыҙамлы бер күҙәнәкле микроб. Тәбиғәт­тәге асыҡ һыуҙа биш ай һаҡлана, тупраҡта – 18, иттә йәки колбасала – ике-дүрт, туңдырылған иттә – алты, кефирҙа – ике, аҡ майҙа – дүрт, сырҙа – бер йыл, һырала ике айға тиклем үрсеү һәләтен юғалтмай.
Өй температураһы шарттарында сальмонелла еңел үрсей, бигерәк тә ит һәм һөт ризыҡтарын “яҡын күрә”. Һалҡын мөхит тә уның өсөн ҡурҡыныс түгел, әммә аҙыҡты һыуытҡыста тотоуҙың отош­ло яғы бар — унда микробтың үрсеүе аҡрынайа.
Лимон һуты, уксус кислотаһы булған мөхиттә сальмонелла йә­шәй алмай. Биологик төр булараҡ, яраҡлашыу көсө ҙур, тиҙ тарала һәм үрсей, әммә аштың төҫөн, тә­мен боҙмай. Шуға ла кешенең ашты тәмләп, маҡтап ашауы ихтимал.
Ҡайнап торған һыуҙа сальмонелла бик тиҙ юҡҡа сыға. Тимәк, яңы ғына бешеп сыҡҡан ашта тере микроб юҡ. Ҡайнап торған һыу менән эшкәртелгән еләк-емеште лә ҡурҡмай ашарға мөмкин.
Ошо микробтар тыуҙырған сирҙе сальмонеллёз, тип атайҙар. Ул күбеһенсә һыйыр, ҡош иттәре, һөт аҙыҡтары, йоморт­ҡа аша йоға. Микроб­тар аҙыҡтарға быс­раҡ­лыҡтан, санитария-гигиена талаптарын үтәмәүҙән эләгә. Сальмонелла мал-тыуар, ҡош-ҡорт йөрөгән урында күп була. Йыуылмаған ҡул һәм әйбер аша ла аҙыҡҡа эләгеүе ихтимал. Әйтеүебеҙсә, һыуыт­ҡыста ла сальмонелла һаҡлана. Сейле-бешле ит, аш-һыуҙың сиргә килтереүе мөмкин. Йомортҡаны шыйыҡ итеп бешерергә тырышҡандар сальмонеллезға йыш дусар була. Ҡайнатылмаған һыу эскәндә, йылғала һыу ингәндә лә уның йоғоуы бар.
Ҡайһы бер кешеләрҙең үҙҙәре сир­ләмәйенсә лә ауырыуҙы йоҡтороу сығана­ғы булыуы ихтимал, шуға күрә ­аш­­наҡ­сыларҙың сәләмәтлеген йыш тикшереп торалар.
Хәүеф эргәбеҙ тулы. Һыйыр малы, сусҡа, ҡош-ҡорт, күгәрсендәр ҙә ошо сиргә дусар була. Сальмонелла уларҙың эске ағза­ларын зарарлай, хатта һыйырҙың һөтөнә эләгә. Тауыҡ йомортҡаһының ҡабығына эйәләшә, өйрәктекенең эсенә үк инә, шуға күрә уларҙы ҡайнап торған һыуҙа 15 минут бешермәйенсә ауыҙға алырға ярамай. Тауыҡ йомортҡаһын сей көйө ашарға яратыусылар ҡулланыу алдынан уның ҡабығын яҡшылап ҡайнар һыу менән йыуырға тейеш.
Эт һәм бесәйҙәр ҙә сальмонеллёз менән сирләй, әммә уларҙың ауырығанын тойомлауы ауыр. Инфекция кешегә эләккәндән һуң, сирҙең тәүге билдәләре беренсе тәүлектә үк һиҙелә башлай. Ул тиҙ киҫкенләшә һәм ауыр кисерелә. Сальмонелла ашҡаҙанға, нәҙек эсәккә ингәс, йәһәт кенә үрсеп, ағыулы токсиндар хасил итә. Шул арҡала бик көслө эс китә башлай. Ауырыуҙың хәле насарлана: башы, эсе ауырта, уҡшыта, ҡоҫтора, температураһы 40 градусҡа тиклем күтәрелә, мускулдары ауырта, көҙән йыйырыуы ихтимал. Йөрәк тибеше йышая, ҡан баҫымы төшә. Ауырыу билдәләрендә уртаҡлыҡтар булһа ла, һәр кеше уны үҙенсә үткәрә. Сир ике-ун көн дауам итә.
Сальмонелланың йәшәгән төп урыны — кеше һәм хайуандар эсәклеге. Уларҙың үт ҡыуығында үрсеп, холецистит барлыҡҡа килтереүе лә билдәле. Өҫтәүенә был хәүефле микробтар кимереүселәрҙә, ҡош­тарҙа, балыҡтарҙа, йыландарҙа, тәлмәр­йен­дәрҙә, тараҡандарҙа, себендәрҙә. Бал ҡорттарында һәм башҡа бөжәктәрҙә лә була. Айырыуса себендәрҙең уларҙы даими өйгә “ташып” торғанын оноторға ярамай.
Инфекцияның төрөн күпселек осраҡта сирленән алынған биологик материал­дарға лаборатор анализ яһап ҡына беләләр. Ә был ваҡыт талап итә. Сирлене тәүге көндән табип күҙәтеүендә дауалау мө­һим. Тейешле ярҙам алма­ғанда сирҙең үлем осрағына ил­теүе лә бар.
Һуғым һуй­ған­да санитария-гигиена талап­та­рына айырыуса иғ­тибарлы булыу мөһим. Кескәй балалар ҡулға нимә эләгә, шуны ауы­ҙына ҡаба. Шуға күрә уйынсыҡтарҙы ҡайнар һыу менән йыш йыуырға кәрәк.
Бешкән аҙыҡ се­йе менән бер урын­да торорға тейеш түгел, уларҙы эшкәр­т­кән ҡоралдар ҙа уртаҡ булмаһын. Һы­уытҡысҡа аҙыҡтарҙы йә төрөп, йә айырым һауытҡа һалып урын­лаштырырға кәрәк. Шулай иткәндә аҙыҡҡа сальмонелла эләгеп, үрсеү ихтималлығы юғала. Ашар алдынан һәм сей аҙыҡ менән эш иткәндән һуң ҡулды һабынлап йыуыу эс китеү сирҙәренән һаҡлай. Иң ябай һәм тәьҫирле ысул — ошо. Ҡул йыуа белмәү бер кешене генә түгел, хатта ғәскәрҙе көсһөҙ, ҡоралһыҙ ҡалдыра, тиҙәр бит. Мөмкинлек булмаған осраҡта үҙегеҙ менән спиртланған салфеткалар йөрөтөгөҙ. Улар хәҙер һәр ерҙә тиерлек һатыла. Әгәр ашханала һабын менән ҡул йыуыу хәстәрлеге күрелмәһә, мотлаҡ кире боролоғоҙ, һаулығығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ.

Марат ХӘЙҘӘРОВ,
табип.



Вернуться назад