Ћәр ҡыҙҙың һәм малайҙың бала сағы бәхеткә генә сорналып үтһә ине... Єммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыш һәр кемгә һынауҙарын ебәреп кенә тора, шул иҫәптән бәләкәстәргә лә. Ћөҙөмтәлә ҡайһы бер балалар төрлө сәбәп арҡаһында социаль приютҡа эләгә.Күптән түгел Башҡортостандың Судьялар берләшмәһе Балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютына спорт велосипедтары тапшырҙы.
Был изге эште Өфөнөң Орджоникидзе районы судьяһы Зөһрә Булгакова менән судья ярҙамсыһы Светлана Хәйҙәрова атҡарҙы. Бүләктәр кескәйҙәргә бик оҡшаны. Улар өлкәндәргә рәхмәт йөҙөнән йыр-бейеүҙәрҙән торған “күстәнәс” әҙерләгәйне.
– Салауат ҡалаһынан килдем. Бында беренсе тапҡыр ғына түгелмен, – тине тәрбиәләнеүсе Александр Гребенников. – Быға тиклем бер велосипедта алмашлап йөрөй торғайныҡ, хәҙер улар барыбыҙға ла етәсәк.
Балалар һәм үҫмерҙәр социаль приюты директоры Радик Юлбаев та республиканың Судьялар берләшмәһенә сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.
– Беҙгә, ысынлап та, велосипедтар кәрәк ине. Спорт мәктәбе менән килешеү төҙөнөк. Тиҙҙән тренер күнекмәләр үткәрә башлаясаҡ, – тине Радик Зиннәт улы.
Орджоникидзе район суды коллективы баш ҡалалағы 9-сы балалар йортона ла спорт кәрәк-ярағы бүләк итте. Директор вазифаһын башҡарыусы Татьяна Кислицына, ярҙам иткәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтен әйтеп, Орджоникидзе районы суды рәйесе Илшат Сәлимгәрәевкә Рәхмәт хатын тапшырыуҙарын һораны.
Балалар йәй көндәрен лагерҙарҙа үткәрәсәк. Тап ошо мәлдә уларға спорт кәрәк-ярағы бигерәк кәрәк була.