Йылмайып-көлөп кенә18.02.2012
Олигархтан ныҡ байып китеүе тураһында төпсөнәләр.
– Тәүге миллионығыҙҙы нисек эшләнегеҙ?
– Себерҙә саҡта самолетҡа күп итеп ҡар тейәп Африка илдәренең береһенә оҙаттым.
– Алыусылар булдымы һуң ҡарҙы?
– Ниңә ҡарҙы, самолетты ҡыйбатҡа осорҙом.

* * *
Айыу, бүре һәм төлкө нисек ҡышты үткәреүҙәре хаҡында һөйләшә, айыуҙан башҡалары үтә йонсоу күренә.
– Ҡышты тауыҡ кетәгендә үткәрҙем, – ти икән төлкө. – Аҙнаһына бер тауыҡ ашаным, ләкин бер көндө йорт хужаһы ҡош-ҡорттоң кәмей барыуын һиҙеп, ҡапҡан ҡорҙо, саҡ ҡасып ҡотолдом.
– Аҙнаһына бер сусҡаны ашап рәхәтләнеп йәшәп ятҡанда, кешеләр күреп ҡалып, миңә эттәрен һөсләтте, ярай йүгереүгә шәпмен, – тип һөйләп биргән бүре.
– Мин төҙөлөштә булыуыма ҡыуанып бөтә алмайым, – тип маҡтанған ти айыу. – Унда ни, эшселәрҙе кем һанаһын, сөнки берәү килә, икенсеһе китә, түләмәйҙәр бит, көн һайын берәүһен тамаҡлап торҙом.

* * *
Ҡатыны менән ире аҡсаның юғалыуын асыҡлай алмай ыҙа сигә.
– Тупһаны аша атлауы менән сыбыҡлайым мин был малайҙы, әйт улыңа, ҡабырғаһына ҡайыр урай торһон, – ти ир.
– Бүрәнә аша бүре күрмә инде, бәлки, мин алғанмындыр, – тип улын яҡлашҡан бисәһе.
– Һине беләм дә инде, тинен дә ҡалдырмаясаҡһың, кеҫәлә йөҙ һум ята бит, – тигән тегенеһе.


Вернуться назад