Аллаһ беҙҙе күрә19.06.2015
– Олатай, ни өсөн беҙ Аллаһ Тәғәләне күрмәйбеҙ? – тип һораған Сәлих олатаһынан.
– Күҙҙәребеҙ шул рәүешле яһалған.
– Нисек инде улай, олатай?
– Һин, мәҫәлән, фотоаппарат менән барлыҡ нәмәне төшөрә алаһыңмы?
– Эйе.
– Ә йөрәгеңде, үпкәләреңде?
– Юҡ, уларҙы рентген аппараты менән генә төшөрөп була.
– Күрәһеңме, был ҡорамал­дар­ҙың икеһе лә төшөрөр өсөн эш­лән­гән, әммә тәғәйенләнештәре башҡа. Ни өсөн тигәндә, уларҙың конструкциялары төрлө. Беҙҙең күҙҙәр ҙә шулай – Аллаһты күрмәҫлек итеп яһалған.
– Ә Ул беҙҙе күрәме?
– Әлбиттә. Аллаһ беҙҙе ҡараңғы, утһыҙ бүлмәлә лә, ҡара кейемдә булһаҡ та күрә.

Ҡушҡандарын төрлөсә еткерә

Әхмәт атаһына баҡсалағы бе­сәнде сабырға ярҙам итеп йөрөй.
– Улым, миңә һыу ғына алып кил әле, – тип үтенесен белдерә атаһы.
Әхмәт йәһәт кенә өйгә ҡайтып әйләнә. Атаһы һыу эскән мәлдә аҙан тауышы яңғырай.
– Һинән нимә һорағандар – шуны эшләнең. Рәхмәт, улым! – тигән атай кеше. – Ә хәҙер инде тыңла – Раббыбыҙ беҙҙән тағы ниҙер һорай. Үтенесте икәүләп үтәргә тейешбеҙ.
– Аллаһ беҙҙең ниҙер эшлә­үе­беҙҙе теләйме?
– Эйе, улым.
– Ә мин бер ни ҙә тойманымсы...
– Аҙанды ишетәһең бит.
– Эйе, тик...
– Аллаһ беҙгә ҡушҡандарын шу­лай төрлө юлдар менән еткерә. Мәҫә­лән, аҙан “Намаҙ уҡығыҙ!” тигәнде аңлата. Шуға ла ғибәҙәт мәле еткән һайын Аллаһтың ошо бойороғон ишетәбеҙ.

Фәнирә ҒАЙСИНА тәржемәһе.


(Төрөк яҙыусыһы
Асым Уйсалдың
“Ғөсөл, тәһәрәт һәм намаҙға өйрәнәм” тигән китабынан).


Вернуться назад