“Иң яҡшы теләктәр менән!” Шулай тип аталды Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты менән “Рух” йәштәр хәрәкәте ойошмаһы үткәргән сағыу тамаша.Концерт Өфөләге Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә ҙур бүләк булды. Унда башҡорт эстрадаһының йәш йырсылары ҡатнашты. Аҙаҡ йәштәр һәм балалар араһында “Беҙ – дуҫтар” тигән акция, уйындар ойошторолдо.
– Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм һәр ваҡыт етемдәр хаҡында хәстәрлек күргән, уларға күркәм мөнәсәбәттә булырға өйрәткән, – тине сығышында Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Айнур Арыҫланов. – Мөфтиәт вәкилдәре ошо аманатҡа тоғро, етемдәрҙе иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ.
Сараны ойоштороусылар балаларға күстәнәс өләште, ә улары үҙ сиратында өлкән ағайҙарын футбол уйнарға саҡырҙы.
Тимур ВӘЛИТОВ,
мөфтиәттең йәштәр бүлеге етәксеһе.