Төбәгебеҙҙә иман йорттары артҡандан-арта. Күптән түгел саф йәнә тулыланды – Юлдаш ауылында “Ғәлиә” мәсете асылды.– Иман йортон Аллаһтың барлығына һәм берлегенә инанған кеше төҙөй, – тине байрамдағы сығышында Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин. – “Аллаһтың рәхмәте өсөн мәсет һалған кешегә Раббыбыҙ ожмахта һарай әҙерләй”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. “Ғәлиә”не төҙөүгә өлөш индергәндәргә Хаҡ Тәғәләбеҙ сауабын насип ҡылһын.
Иман йортоноң имам-хатибы Кәрим Атйетәров әйтеүенсә, бындағы ғибәҙәтхана бик иҫке булған. Аҡса мәсьәләһенә бәйле яңыһын төҙөүгә һис тә тотона алмағандар. Ошондай хәл иткес мәлдә Санкт-Петербургта йәшәгән Рөстәм Кинйәбаев ҙур финанс ярҙамы күрһәткән. Был егет тамырҙары менән – Юлдаштан. Уның булышлығы, шулай уҡ эшкә бөтөн ауылдаштарҙың ихлас ҡушылыуы арҡаһында күркәм төйәктә иман йорто ҡалҡып сыҡҡан.
– Яңы мәсет йәшәү көсөн, киләсәккә ышанысты арттырҙы, – тине юлдаштар.
Тәлғәт Тажетдин ауыл мәсетенә ҙур келәм, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының байрағын бүләк итте.