ЙОНДОҘНАМӘ19.06.2015
(22 – 28 июнь)
ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Ниндәй генә һөнәр эйәһе булһағыҙ ҙа, аҙна фекерләү эшмәкәрлегенә бай булмаҡсы. Осор башында уҡ, теләйһегеҙме-юҡмы, логик мәсьәләләрҙе сисергә, мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә тура киләсәк. Күрһәтмәләрҙең нисек үтәлеүен күҙәтеүҙе лә һеҙгә йөкмәтәсәктәр. Шуға күрә был аҙнала күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә, тынысланырға ваҡыт булмаясаҡ.
БУҒА (20.04 — 20.05).
Күптән билдәләгән ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу осоро. Тик яҡындарығыҙҙың кәйефен төшөрөп, күрһәтмәләр бирергә, башбаштаҡлыҡ күрһәтергә ашыҡмағыҙ. Киләсәктә низағ, бәхәстәргә юл ҡуймау өсөн юридик документтар тултырыу менән шөғөлләнерһегеҙ, моғайын. Аҙна яңы тормош башлау өсөн бик ҡулай.
ИГЕҘӘКТӘР (21.05 — 21.06).
Аҙна һәр йәһәттән уңышлы булмаҡсы. Тормоштан нимә теләгәнегеҙҙе аныҡ билдәләргә ваҡыт. Шуға күрә күңелһеҙлектәргә иғтибар итмәҫкә тырышығыҙ, уларҙы киләсәктә уңышҡа өлгәшеү өсөн ҡайһы бер ғәҙәти күренештәрҙән ҡотолоу сараһы булараҡ ҡабул итегеҙ. Аҙнаның икенсе яртыһында көс-ҡеүәтегеҙ бермә-бер артыр.
ҠЫҪАЛА (22.06 — 22.07).
Хис-тойғоларҙың ташып торған мәле. Үҙегеҙ өсөн яҡындарығыҙҙың яңы һыҙаттарын, теләктәрен һәм ихтыяждарын асыуығыҙ ихтимал. Был киләсәктә мөнәсәбәттәрҙе көйләү өсөн бик тә файҙалы буласаҡ. Аҙна аҙағында сабыр булығыҙ, тырышлығығыҙҙың һөҙөмтәһе һуңыраҡ һиҙелер.
АРЫҪЛАН (23.07 — 22.08).
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай осор көтөлә. Көс-ҡеүәтегеҙҙе тейешенсә файҙаланырға тырышығыҙ. Аҙна уртаһында бер аҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелерһегеҙ, моғайын, шуға күрә күберәк ял итергә, көндәлек мәшәҡәттәрҙе оноторға кәңәш ителә. Матди хәлегеҙҙең яҡшырыуы, ҡулығыҙға аҡса кереүе ихтимал.
ҠЫҘ (23.08 — 22.09).
Мәшәҡәтле аҙна көтөлә. Күңелһеҙлектәрҙә ғәйепте үҙегеҙҙән эҙләгеҙ. Кеше иҫәбенә байығыу теләгенән баш тартығыҙ, был яҡшыға килтермәҫ. Матди хәлегеҙ ҙә ыңғай яҡҡа үҙгәрмәҫ, өҫтәүенә абруйығыҙ кәмер. Шуға күрә ғәмәлдәрегеҙҙе һәр йәһәттән ныҡлы уйлап башҡарығыҙ.
ҮЛСӘҮ (23.09 — 22.10).
Тормошоғоҙ күңелһеҙ, бер төрлө тойолор. Төшөнкөлөккә бирелеүегеҙ, үҙ эсегеҙгә бикләнеүегеҙ мөмкин. Әлеге мәлдә бының файҙалы булыуы ла ихтимал, сөнки хәрәкәттән туҡтамау мөмкин түгел, ял итергә лә кәрәктер. Тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеп, уңышҡа өлгәшерһегеҙ.
САЯН (23.10 — 21.11).
Аҙнаны үҙегеҙгә арнағыҙ. Рухи донъяға иғтибар итегеҙ. Был йәһәттән психологик тестар, медитация ярҙам итер. Матди мәсьәләләрҙе яйға һалыу зарурлығы тыуыр. Бурыстарҙан ҡотолорға тырышығыҙ. Ял көндәрен ғаиләгеҙ, туғандар һәм яҡындарығыҙ менән үткәрергә кәңәш ителә.
УҠСЫ (22.11 — 21.12).
Бер аҙ ял итеп алығыҙ. Осор башында уңыш һеҙҙең ҡатнашлыҡтан башҡа ла килер, аҡса кереме лә көтөлә. Мәшәҡәттәрҙең бер өлөшөн иңегеҙҙән төшөрөгөҙ. Ял алыу мөмкинлеге булмаһа, эшлекле бәйләнештәрҙе, ҡарар ҡабул итеүҙе мөмкин тиклем кәметергә тырышығыҙ.
ЫЛАҠ (22.12 — 19.01).
Һәр ғәмәлде үлсәп, уйлап башҡарығыҙ. Тормошоғоҙҙағы үҙгәрештәр ыңғай булһын тиһәгеҙ, аҫтыртын эштәрҙән йыраҡ тороғоҙ. Иҫкелектән ҡотолорға, яңы хәл-шарттарҙы ҡыуанып ҡаршыларға әҙер булығыҙ. Тиҙҙән һәр йәһәттән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерерһегеҙ.
ҺЫУҒОЯР (20.01 — 18.02).
Ғаиләгеҙ һәм яҡындарығыҙ иғтибар талап итер, моғайын. Аҙна башында битарафлыҡҡа бирелеп, тормошҡа ҡыҙыҡһыныуҙы юғалтыуығыҙ ихтимал. Шуға күрә күп ваҡытты яҡындарығыҙ менән үткәрергә кәңәш ителә: күңелегеҙҙе тап улар күтәрер. Хис-тойғоларығыҙҙо тәртипкә килтереү, көс-ҡеүәт туплау, ял итеү өсөн уңайлы мәл.
БАЛЫҠ (19.02 — 20.03).
Эргәгеҙҙәге аҡыллы кешеләрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ. Киләсәктә эшегеҙ уңышлы барһын өсөн әле һеҙгә союздаштар тупларға, уларҙың ярҙамына таянырға кәрәк. Теге йәки был ғәмәлде башҡарғанда эске һиҙемләү ҡеүәһенә мөрәжәғәт итеү ҙә зыянға булмаҫ.