Әле баҡсала эшләрлек, урман-ҡырҙа иркенләп йөрөрлөк түгел – серәкәйҙәр маҙаға тейә. Өйҙә лә безелдәктәрҙән ҡотолоуы ҡыйын. Уларҙан нисек һаҡланырға?l Йөҙәр грамм камфора майын һәм валериана үләне дарыуын төрлө урынға тамыҙып сығығыҙ. Был ысул хатта ҙур майҙанда ла серәкәй һәм себендән ҡотолорға ярҙам итә.
l Муйыл йә миләш япрағын ваҡлап турап, тәнгә ышҡығанда, бер серәкәй ҙә яҡын килмәйәсәк.
l Әнис, эвкалипт, ҡәнәфер, эрбет майҙары ла шулай уҡ тәьҫир итә.
l Тәбиғәттә иһә утҡа ташланған артыш ботаҡтары серәкәйҙе ҡурҡытыр.
l Битте әрем төнәтмәһе менән йыуғанда, бөжәктәр һеҙҙе урап уҙыр.