1. Иҫке ... биттәренә
Яҙа инек дәрестәрҙе.
Туңа ине ерек ҡара,
Боҙға ҡоршап хәрефтәрҙе.
2. ... — тотҡон Батырша,
Башҡорттоң батыры,
Ултырам зинданда,
Башымды ҡатырып...
3. Мин уйланыр, яҙыр, уҡыр өсөн
Төндө көтәм, төндө һағынам.
Төндә минең серле илһам ҡошом
Уяна ла... ҡағына.
4. Ул шағир бит! Бының өсөн уны
Бер ... да ғәйеп итмәгеҙ.
Икеләтә йөктө тартып бара икән,
Өсөнсөһөн унан көтмәгеҙ.
5. Ай-һай, хәтәр шаулай ҡарт ...,
Тынмай-ҡунмай төнө буйына.
Ни һуң уйлай был ҡырағай,
Кем шом һалған уның уйына?
6. ...ланып ятҡан Урал тауҡай,
Дан күкрәтеп күккә ашҡанһың.
Алҡаланып аҡҡан Ағиҙелкәй,
Ҡайғы-шатлыҡ менән ташҡанһың.
7. Сабып сығып сал быуаттар аша,
Сапсындырып... саптарын,
Оран һалып илгә, һай, Салауат
Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын.
8. Ал таңдың атыуҙары,
Аҡ ... ятыуҙары,
Ат эсереп, һыу күтәреп,
Аһ, бергә ҡайтыуҙары!..
9. Сәскәләрҙе буяу кәрәкмәй һис:
Буяуһыҙ ҙа улар ... ҙар.
Шиғырҙарың нисек шытҡан булһа,
Улар шулай сәскә атырҙар.
10. Ир ҡыҙ булып алышҡан ул
... яуҙарында.
Бүгәсәү тигән исеме
Һүнмәгән дауҙарында.
11. Ир иткән дә ҡатын шул,
Ер иткән дә ҡатын шул;
... тик төш кенә,
Йыуаныс тик эш кенә.
12. Алтын ҡойроҡ, көмөш яллы
... аты.
Атланмаһам һине, сыҡһын
Яманатым!
13. Үҙ телемә үҙем оло тәңре:
Ни теләһәм, шуны әйтә алам.
... ултырһам да, тура һүҙҙе
Атайыңдан ишет һин, балам.
14. Гүйә, донъя — моңһоҙ бер һыбыҙғы,
... һыбыҙғы — елдәр өрөргә.
Ниҙер үлде, ниҙер һүнде унда,
Кире ҡайтмаҫ өсөн ғүмергә.
15. Телде телдәр хушһынмаһа,
Артылмаҫлыҡ ... булыр,
Булмаҫ дуҫлыҡ, дау булыр,
Дау артынан яу булыр...
16. Пушкин, Кобзарь, ... , Бабичҡа ла —
Һәр халыҡҡа изге бер ҡыл ул,
Йондоҙҙарға яңы уҡ сөйөргә
Зыңлап торған һиҙгер аҡыл ул.
17. Күрә күктән көҙгө ҡояш:
Бойоға бер ҡарт...
Бар япрағын ҡойһа ла ул,
Ос япрағын һаҡлаған.
18. Бар байлығым һин,
И, ғәзиз...
Шул байлыҡ өсөн
Ҙур рәхмәт, атам!..
19. Туҡта, ...! Юҡ, туҡтамай ...,
Тик бер һин тораһың туҡталып.
Ә ул, һинең һәр көнөңдө урлап,
Оса алға, оса уҡталып...
20. Зәңгәр бураҙналар һалып,
Елдәр ... һөрә диңгеҙҙә.
Зәңгәр бураҙналар буйлап,
Аҡсарлаҡтар оса, ем эҙләп.
21. ... илай — был йыр һымаҡ хатта,
Был — үҙе бер оло тамаша.
Әле күҙҙәре лә күрмәй уның —
Күҙгә ҡарап тороп аҙаша.
22. Нисә ҡабат инде ... бирәм,
Тәүге ҡабат һымаҡ һәр ... :
Нисек кенә белмә, уҡыма һин,
Тик барыбер йөрәк ярһына...
23. Халҡым теле — халҡым күңеле.
Ҡалырһыңмы ерҙә күмелеп?
Нисә ... йыйған байлыҡҡа,
Кем, ҡул һалып, әле байыҡҡан?
24. Һөйһөн,
Көйһөн,
Күркәм булһын кеше,
... ғәме менән ул тулһын!
25. Юҡ, сигенмә, егет, ҡынға тыҡма —
Хатта ... ҡылға ҡалғанда,
Йәшәгәс һин, йәшә яна-яна,
Йөрәк йәшәрә тик янғанда.
26. Яҙылмаған ..., ахыры,
Яҙғандан ҡыҙыҡлыраҡ.
27. Таң алдынан беҙҙе аталар,
Хуш, бәхил бул, ...
Йәшәһен тик тыуыр таңдар,
Йәшәһен тик саф иман!
28. Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ,
Әйт, ... ниндәй ҡанлы тантана?
Бер осоңдан һинең балың тамһа,
Бер осоңдан ниңә ҡан тама?..
Ф. ҠАРАНОВ төҙөнө.