Ярты литр һөт, 200 грамм ҡурай еләге, бер банан, саҡ ҡына шәкәр, ике туңдырма.
Еләк менән бананды таҙартып әҙерләп, блендер ярҙамында иҙергә. Уның өҫтөнә ҡайнатып һыуытылған һөт һәм туңдырма һалып, күпергәнсе туғырға. Коктейлгә шәкәр һалмаҫҡа ла була.Эремсекле бәлешБер килограмм эремсек, 5 йомортҡа, үҫемлек майы, 50 грамм аҡ май, бер стакан он, ярты стакан шәкәр, йөҙөм, күрәгә, ҡара емеш, ванилин, цукат, бер балғалаҡ сода.
Аҡ май, он һәм шәкәрҙе ҡушып ыуырға. Әҙер массаның яртыһын ҡалдырып, бер өлөшөнә эремсек, сода, йомортҡа, кипкән емеш, цукат, ванилин ҡушып, һәйбәтләп бутарға. Тәрән генә форманы майларға һәм өҫтөнә ҡамыр һалып тигеҙләргә. Кипкән емештәр булмаған осраҡта ҡамырҙың өҫтөнә ҡайнатма йәки повидло һылана. Бынан һуң бәлеш өҫтөнә ыуылған массаның ҡалған өлөшө һибелә.
Был бәлеш һүрән утта бер сәғәт самаһы бешерелә. Уны өҫтәлгә әҙер булғандан һуң ике сәғәт эсендә биреү һәйбәтерәк, сөнки һуңынан ҡабарып тормаясаҡ. Шулай ҙа бәлеш һыуытҡыста бер нисә көн тәмен дә, сифатын да үҙгәртмәй һаҡлана. Шәкәрҙе аҙ ҡушыу арҡаһында ул бик йомшаҡ килеп сыға.
Быҡтырылған итИтте hөйәгенән айырып алығыҙ ҙа артыҡ эре итмәйенсә турағыҙ. Кәрәгенсә тоҙ, борос, лавр япрағы hалып, бөтәhен бергә ҡушып әҙерләп ҡуйығыҙ.
Ярты йәки бер литрлыҡ банкаларҙы таҙа итеп йыуығыҙ, 10 минут парҙа тотоғоҙ. Әҙерләнгән итте уларға бүлеп hалығыҙ hәм банкаларҙы ҡапҡас менән нығытмайынса ғына ҡаплағыҙ.
Кәстрүлгә hалҡын hыу hалығыҙ ҙа, шунда банкаларҙы теҙеп ултыртығыҙ (тик hыу уларҙың өҫтөнә сыҡмаhын, эсенә инмәhен) hәм утҡа ҡуйығыҙ. Банкалағы иткә hыу hалырға ярамай, ул кәстрүлдәге ҡайнарлыҡ арҡаhында бығып бешә. Ҡарт йәки йәш мал булыуына ҡарап, итте оҙаҡ йә тиҙ бешерәләр. Әҙер булғас, банкаларҙы үҙ hыуында көйө йылы хәлгә килгәнсе hыуытығыҙ ҙа ҡапҡастарын ныҡлап ябығыҙ. Һалҡын ерҙә hаҡларға кәрәк.