Хәтер һандығына19.06.2015
* Буй-һынығыҙҙы матурлау өсөн ҡиммәтле тренажер урынына ябай һикергес (скакалка) һатып алығыҙ. Арзан да, һөҙөмтәле лә.
* Ҡулығыҙға сей йомортҡа ағын һөртһәгеҙ, уның тиреһе йомшарып, нәфисләнеп китер.
* Күҙ ҡабаҡтарығыҙ шешмәкләнеп торһа, 15 минутҡа аҡ сәскә төнәтмәһендә сылатылған мамыҡ киҫәктәрен һалығыҙ.
* Полиэтилен тоҡсайҙағы сыр оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн уның янына бер киҫәк шәкәр ҙә һалығыҙ.
* Ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән бешкән картуфты ҡушһаң, әсе ҡамыр йомшаҡ, ҡабарынҡы була.
* Ҡыҙҙырылған ҡаҙ йәки өйрәк түшкәһен бешеп сығыр алдынан ғына мейестән алып, һалҡын һыу менән сылатып, ҡабат эҫегә ҡуйһаң, иттең тышы алтынһыу төҫтә булыр, кетерләп торор.
* Иткә йомортҡа, ҡырылған кишер, кәбеҫтә ҡушһаң, кәтлит һутлы булыр.
* Сәйнүктең юшҡынын бөтөрөү өсөн 1 литр һыуға 1 балғалаҡ лимон кислотаһы һалып ҡайнатып сығарырға кәрәк. 10 минуттан тағы ла ҡабатларға. Лимон кислотаһы урынына аш һеркәһе (1 литр һыуға — 2 аш ҡалағы) ҡулланырға мөмкин. Аҙаҡтан сәйнүкте сайҡатырға онотмағыҙ.
* Әйбергә көйә төшмәһен тиһәгеҙ, кейе­мегеҙҙе гәзиткә төрөгөҙ.
* Йоҡлай алмай интеккәндә ҡарағай йәки шыршы тубырсығын ике ус менән ышҡыһағыҙ, бер ниндәй тынысландырғыс дарыу кәрәкмәҫ.
* Әгәр ҙә печенье бешерергә формағыҙ булмаһа, борсолмағыҙ. Бының өсөн 1,5-2 литрлыҡ пластик шешә алып, 3-4 сантиметр киңлектә таҫмалар ҡырҡырға һәм, степлер менән йәбештереп, сәскә, йөрәк, түңәрәк кеүек төрлө формалар эшләргә мөмкин.
* Әгәр ҙә кейемегеҙгә май тамһа, хафа­ланмағыҙ: уның өҫтөнә күп итеп теш пастаһы һылағыҙ ҙа кипкәнсе тотоғоҙ. Артабан кейемде йыуырға ғына ҡала.
* Өйҙә ремонт эшләр алдынан башта иҙә­негеҙҙе 1 литр һыуға 20 — 30 грамм һабын ҡушып йыуып сығарығыҙ. Былай итһәгеҙ, унда тамған буяу тиҙ йыуыласаҡ. Тәҙрә рамдарын буяғанда ла быяланы шул иретмә менән алдан һөртөп алығыҙ.
* Әгәр ҙә сүп керә ҡалһа, ҡулығыҙға ба­нандың ҡабығын эске яғы менән төнгөлөккә бәйләп ҡуйырға кәрәк. Иртән сүпте тартып алыуы еңел булыр.
* Бауырҙы таҙартыу өсөн көн дә иртән ашарҙан 20 минут алда 1 балғалаҡ ҡорт балын ауыҙға ҡабып, йотмайынса һурып йөрөргә кәрәк.
* Сәстәрҙе нығытыу һәм ҡауаҡтан ҡотолоу өсөн шампунгә бер төймә аспирин иҙеп һалһағыҙ, толомдарығыҙ йылтырап һәм ҡабарып китер.


Вернуться назад