Йәшендән йәшенеү хәйерле19.06.2015
Йәшендән йәшенеү хәйерле Июнде йәшендәр осоро тип атайҙар. Ысынлап та, беҙҙең яҡтарҙа иң күп күк күкрәүе тап ошо айға тура килә. Йәшен ҡайтарғыстар киң файҙаланылған хәҙерге заманда ла тәбиғәттең был күренеше хәүефле. Шуға ла, ҡара болоттар күбәйеп, тирә-йүнде тетрәндереп күк күкрәп, офоҡтарҙа йәшен ҡамсылары уйнап, ҡойма ямғыр килгәндә, һаҡлыҡ сараларын күреү мөһим.

* Кеҫә телефондарын, телевизор, радио, башҡа электр приборҙарын һүндерергә.
* Йорт-фатирҙа ишек-тәҙрәләрҙе дауыл асмаҫлыҡ итеп ябырға.
* Тәҙрәгә яҡын торорға, металл әйберҙәргә тотонорға ярамай.
* Урманда, сауҡалыҡта булғанда яңғыҙ ағас аҫтына йәшенмәҫкә кәрәк, бигерәк тә ҡарағас менән имән йәшенде үҙенә тарта.
* Яланда булғанда йәшендән һаҡланыу өсөн һай соҡорға боҫорға була.
* Автомобилдә китеп барғанда, туҡтап, йәшенле ямғыр үткәнде көтөп тороу һәйбәт.
Кемдер йәшендән зыян күрһә, уға беренсе ярҙам күрһәтергә ашығығыҙ. Йәшен һуҡҡан кешене, тиҙ генә кейемдәрен сисеп, яһалма һулыш алдыралар, нишатыр спирты еҫкәтәләр, һушына килгәс, йөрәк дарыуы эсерәләр. Йәшен утына эләккән кешене мөмкин тиклем тиҙерәк табиптарға күрһәтергә, дауаханаға оҙатырға кәрәк.


Вернуться назад