Бер сәғәт кальян тартҡан кеше бер тәмәке көйрәткәнгә ҡарағанда 100 — 200 тапҡырға күберәк төтөн һура.Кальяндың составында никотин һәм зарарлы матдәләр аҙыраҡ булһа ла, үпкәләргә һөрөм газы күп эләгә. Кальян тартыу айырым көс ҡулланыу талап итә, шуға күрә төтөн үпкәләрҙең тәрәнерәк өлөшөнә (түбәнге тын юлдарына) барып етә.
Ябай тәмәке менән сағыштырғанда, уның составында мышаяҡ, ҡурғаш, хром күберәк. Кальян менән күп мауығыуҙан үпкәлә — яман шеш, ҡулдарҙа экзема барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шулай уҡ уны оҙағыраҡ тартһаң, ағыуланырға ла мөмкин. Алкоголле эсемлектәр менән кальянды бергә ҡулланыуҙы ҡәтғи тыялар. “Махсус яйланма, йәғни кальян зыянлы матдәләрҙе кәметә” тигән төплө дәлил юҡ. Даими тартҡан кешенең аңын юғалтыуы, уның хатта баш мейеһе зарарланыуы ихтимал икән.