Нервы ауырыуҙарынан интеккән, һалҡынға тиҙ бирешеүсән кешеләргә элек-электән табиптар яланаяҡ йөрөргә ҡушҡан. Иртәнге дымлылыҡ, ысыҡ кеше организмына ыңғай тәьҫир итә.Нимә һуң ул ысыҡ? Үләндәр көнө буйы ҡояш энергияһын туплай, ерҙән минераль матдәләр ала. Төндә иһә уларға Ай энергияһы һеңә. Шулай итеп, тәүлек буйына үҫемлектәрҙә Йыһан энергияһы туплана. Бына шул энергия, үҫемлектәрҙәге шифалы матдәләр һыу менән үҫемлектәр өҫтөнә бүленеп сыға.
Ысыҡ тамсылары — торғаны бер дарыу. Ысыҡлы үләндә иртәнге сәғәт 4-тән 8-гә ҡәҙәр йөрөргә була. Ялан аяҡ атлау, үләнгә ятып бит-ҡулдарҙы, тәнде сылатыу бик файҙалы. Быға бала саҡтан уҡ күнегергә кәрәк.
Йөрөй алмаған кешене дауалау өсөн иҫке етен таҫтамал йәки сепрәкте үлән өҫтөнә йәйеп ҡуйығыҙ, шунда ысыҡ һеңгәс, ауырыуҙы әлеге туҡымаға урағыҙ ҙа полиэтилен пленка менән төрөп, өҫтөнә йылы юрған ябып 30 — 40 минут тотоғоҙ. Һуңынан ауырыу кешегә ҡоро кейем бирергә онотмағыҙ.
Аяҡ-ҡул ауыртҡанда, шул ағзаларҙы ғына ысыҡ һыуы һеңдерелгән әйбергә төрөргә мөмкин. Был тамсылар үлән төнәтмәһенә ҡарағанда күпкә тәьҫирлерәк.