Юғары ҡан баҫымынан яфаланғандарға19.06.2015
Юғары ҡан баҫымынан яфаланғандарға * Тәмәке тартыуығыҙҙы ташлағыҙ. Хатта һау-сәләмәт кешенең дә көйрәткәндән һуң ҡан баҫымы күтәрелеп, был хәлдең 15 — 30 минут буйы һаҡланыуы мөмкин.
* Тоҙҙо ҡулланыуҙың тәүлек нормаһы 5-6 миллиграмдан да артмауы хәйерле.
* Ҡан баҫымы юғары кешенең рационында магний етерлек кимәлдә булырға тейеш. Урман сәтләүеге, соя аҙыҡтары һәм йәшел тәмләткестәр ҡулланғанда, көнөнә 600 миллиграмм магний үҙләштерергә мөмкин.
* Тәүлегенә 800—1200 миллиграмм кальций ҡан баҫымын түбәнәйтергә ярҙам итә. Өҫтәүенә был микроэлемент һөйәктәрҙе нығыта. Ул күрәгәлә, инжирҙа, ыҫланған балыҡта, һөт аҙыҡтарында күп.
* Йәйәү йөрөү, ҡан баҫымын түбәнәйтеүҙән тыш, йөрәк ишемияһын һәм 2-се типтағы шәкәр диабетын иҫкәртеү йәһәтенән дә яҡшы сара. Көн дә 1,5-3 километр юл үтеү кәйефте күтәрә, фекерләүҙе яҡшырта.
* Ҡан әйләнеше насарланған, баш ауыртҡан осраҡта көнөнә берәр стакан балан һуты эсеү файҙалы.
* Сей картуф һутын көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт элгәре эсеү ҙә сирҙән арынырға ярҙам итер.
* Бер ҡалаҡ кесерткән онтағын бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтегеҙ. Термос­та ике сәғәт тотоп, һөҙгәндән һуң, берәр ҡалаҡлап көнөнә өс тапҡыр эсегеҙ. Йүкә сәскәһе төнәтмәһе лә был осраҡта бик файҙалы.


Вернуться назад