Ураҙаның файҙаһы — табиптар ҡарашынса19.06.2015
Ураҙаның файҙаһы — табиптар ҡарашынса Ураҙа ҡан әйләнешенә ыңғай йоғонто яһай. Көнләп кенә түгел, аҙналап ас торғанда, ҡан тамырҙары стеналарына электән ултырып килгән холестерин ҡалдыҡтары йыуылып, тамырҙар йомшара. Шуға ла күтәрелгән ҡан баҫымы төшә. Беҙҙең бер туҡтауһыҙ эшләгән аш һеңдереү системаһы ураҙала ял итеп ала.

Бер аҙ туҡланыуҙан тыйылып тороу бауырға ла яҡшы йоғонто яһай. Кеше организмында был ағза иллегә яҡын функция үтәй. Ул майҙы һеңдерә, төрлө сиргә ҡаршы тороусы махсус матдәләр бүлеп сығара. Бөгөнгө медицина күп сирҙәрҙең башланыу сәбәбен бауыр эшмәкәрлегенә бәйләй. Ураҙа тотоу был ағзаға өс-дүрт сәғәт ял бирә, ошо ваҡытта аш һеңдереү, ҡан составы идеаль хәлгә инә. Нервы системаһының тынысланыуы һөҙөмтәһендә бөйөрҙәр ҙә ял итә. Фильтрлау бурысын үтәгән был ағзалар ҡандан төрлө ҡалдыҡтарҙы һөҙөп ала.
***
Берәй сәбәп менән ураҙағыҙ боҙолһа, Рамаҙан айы тамамланғас, уның урынына ҡаза ураҙаһы тоторға кәрәк. Рамаҙан айында сәбәпһеҙ һәм белә күрә ураҙаһын боҙғандар аҙаҡ 61 көн асығып алырға тейеш, сөнки улар алдан ниәт ҡылып, Аллаһ Тәғәләгә был ғәмәлде үтәргә вәғәҙә биргән.



Вернуться назад